Филология фәндәре докторы Зиннур Нурғәлин әҙәби телебеҙҙең үҫеше һәм киләсәге, уны камиллаштырыу зарурлығы хаҡында даими яҙа. Уның тәҡдимдәрен хуплайым.
Әҙәби телебеҙ Зиннур ағай менән мине генә түгел, күптәрҙе ҡәнәғәтләндермәйҙер. “Уның ҡайғыһы юҡ әле!” — тип әйтеүселәр ҙә булыр. Әммә заманына ҡарап, әлеге көн менән генә йәшәргә ярамай. Киләсәк быуын хаҡында ла уйларға кәрәк.
Үткән быуаттың 50–60-сы йылдарында уҡытыу бөтөнләй урыҫсаға күсерелде. Мин дә шул заманға эләктем. Һөйөнөскә күрә, башланғыс мәктәпте башҡорт телендә тамамлағайным. Һәр хәлдә маңҡорт булырға өлгөрмәнем.
1969 йылда, яҙмыш ҡушыуы буйынса, Үзбәкстандың Андижан ҡалаһына килеп төштөм. Кеҫәмдә “Йыр уҡытыусыһы” тигән дипломым ғына бар. Ҡайҙа эшкә барырға? Үзбәк телен белмәйем, ә урыҫса бер ҡайҙа ла һөйләшмәйҙәр. Һөҙөмтәлә татарға ла, башҡортҡа ла яҡын асҡын диалектына күстем. Мине аңлай башланылар. Үзбәк мәктәбенә йыр уҡытыусыһы булып урынлаштым. Төштән һуң дәрес бирәм, ә уға тиклем балалар баҡсаһында музыка тәрбиәсеһе булып эшләйем. Үзбәк телен өйрәнгәнсе өс-дүрт ай ваҡыт үтте. Түбәтәй кейеп, уларҙың кешеһе булып киттем. Ниңә беҙ үзбәктәр кеүек күп түгел икән, ул саҡта барыһы ла үҙ телен өйрәнергә тырышыр ине, тип уйлай торғайным.
Әле лә башҡорт теле күпселек осраҡта рәсми рәүештә генә өйрәнелә. Үзбәкстандағы кеүек тормошта ҡулланылһын ине ул. Тел тураһындағы Закон да бик һуңлап сыҡты. Уның беҙҙең халыҡ өсөн әһәмиәте бик булманы ла кеүек. Закон булдырылғанға 12 йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы, шул арауыҡта башҡорт телен аҙнаһына бер сәғәт уҡыған берәй сит милләт вәкиле башҡортса матур итеп һөйләшергә өйрәндеме икән? Бик шикле. Ошо 45 минут менән халыҡты алдайбыҙ — йәнәһе, Башҡортостанда башҡорт теле өйрәнелә!
Баланы бәләкәйҙән үҙ ерендәге һөйләш нигеҙендә уҡытһаҡ, уға дәүләт телен өйрәнеү ҙә еңелерәк булыр ине, тип уйлайым. “Бар нәмәгә нигеҙ әсә теленән һалына”, — тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Шул уҡ ваҡытта телебеҙҙе иң тәүҙә үҙебеҙҙең балалар яҡшы белергә тейеш, сөнки башҡорт ҡына үҙ балаһын башҡорт итеп тәрбиәләй ала.
Ризуан МӨХӘМӘҘИЕВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.