Райондың бер нисә коллективына эйәреп, Түбәнге Төкөн мәктәбе уҡытыусылары ла акцияға ҡушылды. Бында гәзитте электән дә яҙҙырып уҡыйҙар, ауылда хәбәрләшеп торған авторҙар ҙа бар. Әммә ярыш сәме барыһын да дәртләндереп ебәрҙе, ҡуҙ өҫтәне, тиһәк тә яңылышмабыҙ. Кем белә, киләсәктә, бәлки, уға бар төкөндәр ҙә ҡушылыр.
Бөгөн мәктәптә 60 бала уҡыһа, уның филиалы булған Үрге Төкөн башланғыс мәктәбендә ете уҡыусы белем ала. Быйылға I класҡа килеүсе булмаһа ла, икенсе йылға мәктәп ишеген асасаҡ сабыйҙар уҡырға әҙерләнә. Тимәк, ауылдың киләсәге бар, мәктәптең дә, беҙҙең дә уҡыусыларыбыҙ өҙөлмәйәсәк.
Ҡырмыҫҡалылар — баҫалҡы халыҡ. Быны беҙҙә шаяртып, сөгөлдөрҙән килә был холоҡ, тиҙәр. Йәғни баш баҫып эшләүҙән: ғүмер буйы тубыҡланып сөгөлдөр утауҙан, үҫентеләрҙе тәрбиәләүҙән, тамыраҙыҡты тейәп оҙатыуҙан, хатта Ҡарлыман шәкәр заводында шәкәр ҡомо етештереүгә тиклем... Баҫалҡылыҡ — һәйбәт холоҡ, ләкин башҡарған эште күрһәтә белмәү ҡайһы саҡта бик ҡамасаулай.
Быға Түбәнге Төкөн ауылында булғанда тағы бер тапҡыр инандым. Районда үткән төрлө сараларҙа еңеү яулау, республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашыу, кисәләр үткәреү, мәктәп баҡсаһында етерлек йәшелсә үҫтереү — барыһы ла тырышлыҡ емештәре.
Мәктәп эсе йылы. Сатлама һыуыҡта электр мейесе йылытыуҙан ғына түгел, ул коллективтағы татыулыҡтан да килә, уҡытыусыларҙың балаларға ҡарата һәм ата-әсәләргә мөнәсәбәтенән бөркөлә. Шуға уҡыусылар ҙа ихтирам менән яуап бирә. Ашнаҡсыларҙың йылы ашына, хеҙмәтләндереүселәрҙең мәктәпте йылытыуҙарына, йыйыштырыусыларҙың эшенә рәхмәтле улар.
— Коллективта тәжрибәле, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән уҡытыусылар эшләй, — тип һөйләй директор Эльвира Үтәкова. — Уҡыусылар аҙ, ләкин юғары белем алырға ынтылыштары көслө.
Беҙҙә, “гәзитселәр”ҙә, шундай ҡалып йәшәй: “гәзит эрзинкә түгел, уны һуҙып булмай”. Шуға ла хәбәр яҙғанда, бигерәк тә коллектив тураһында, исем-фамилияларҙы мөмкин тиклем сикләргә тырышабыҙ. Был юлы “ҡанун”ды емерергә булдым. Нисек инде тиҫтә-тиҫтә йыл ғүмерҙәрен әле уҡый-яҙа белмәгән сабыйҙарыбыҙға хәреф танытыуға арнаған, тормош һуҡмағына юл күрһәткән мөғәллимдәрҙе атамаҫҡа мөмкин?! Бына улар — Түбәнге Төкөн мәктәбе уҡытыусылары: Сажиҙә Байғусҡарова, Рәүиә Хәлитова, Миңниса Хәйерова, Рәмилә Намаҙғолова, Гөлназ Бикташева, Зилә Хәсәнова, Ғәзимә менән Ғәлиә Юлмөхәмәтовалар, Гөлназ Ғәлиәхмәтова, Ғәли Байғусҡаров, Фәнис Бикҡужин, Дания Ғәҙелшина.
“Башҡортостан” гәзите тынғыһыҙ эштәрендә киләсәктә өҫтәмә мәғлүмәт сараһы, ял сәғәттәрендә күңелдәрен хушһындырыусы баҫма булып торор. Ошо мәктәптә бер көндә 13 уҡытыусының “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыуын күреп, быға шигебеҙ ҡалманы.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы.