Рәүилә Мәсәлимова, Ғәзим Ильясов, Марсель Ҡотоев, Рөстәм Шаһыбалов, Искәндәр Ғәзизов, Иҙел Нурғәлин... Бөгөн йыр-моң һөйөүселәр араһында был исемдәрҙе белмәгән, уларҙың йөрәктәрҙе айҡап сығырҙай моңло йырҙарын яратып тыңламаған кеше бармы икән!?
Шуға ла “гәлсәр”ҙәр тиһәң, халыҡ зыҡ ҡуба. Үҙҙәренең халыҡсанлығы менән сәнғәт һөйөүселәрҙең күңелен әсир итә улар.
Башҡортостан телевидениеһында бынан ун бер йыл элек барлыҡҡа килгән “Гәлсәр һандуғас” продюсерлыҡ үҙәгенең офоҡтары йылдан-йыл киңәйә. Ошо осорҙа бихисап йәштәрҙең һәләтен асты, эстрада күгендә балҡырға ярҙам итте ул.
Быйыл да, Яңы йыл алдынан, продюсерлыҡ үҙәге халыҡҡа шәп бүләк әҙерләгән. Концертта береһенән-береһе моңло йырсылар, оҫта алып барыусылар сығыш яһаясаҡ.
Тамаша “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында 9 декабрҙә киске сәғәт 7-лә башлана.
Тамашала шулай уҡ “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу ойоштороласаҡ.
В. АЙҘАРОВ.