“Дөрөҫ” донъя ҡайҙа илтә?12.09.2012
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың “Тыштағы зыярат” романында шәхси адаптация мәсьәләләре
Шәхестең эске һәм тышҡы мөхиткә яраҡлашыу һәләте бер нисә йүнәлеште үҙ эсенә ала: ҡандан бирелгән тотороҡлолоҡ, тәрбиә асылы, эске донъя тулылығы, социаль мөхит һәм башҡалар. Кеше ҡайһы бер ауырлыҡты сабыр күтәрә, ә киҫкенлек күрһәткән осраҡта хәл-тороштоң тәүгеһенән еңелерәк тә булыуы ихтимал.
Шәхси һыҙаттарҙың һынланышы яҙыусы Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың “Тыштағы зыярат” романында асыҡ бирелә. Автор, әҫәрен роман-диалог тип атап, шәхес-ара мөнәсәбәттәргә ҙур урын бирә. Улар, үҙ сиратында, урындағы шәхси, социаль юҫыҡтағы проблеманың донъя кимәлендә яҡтыртылыуын талап итә.
Кешенең тормошҡа ҡарашы уның донъялағы йүнәлешенә ныҡ бәйле. Мәҫәлән, компульсив шәхес — бөтөнлөккә ынтылыусы. Романда ошо йүнәлешкә хас образ — Вилнар. Үҫмер сағында уҡ Вилнарға был донъя дөрөҫ түгел кеүек тойола. Ошо бәйләнсек уйҙары, уны тормоштоң үҙенән айырып, икенсе “дөрөҫ” донъяға илтә. Нескә хисле, үҙ ҡануны менән йәшәүсе егет, Ташлы йылғаһын үҙ ағышынан бороп, дөрөҫ юлдан ебәреү ниәте менән яна. Ошо ниәттең ғәмәлгә ашмаясағын аңлау Вилнарҙа алданыу тойғоһо (фрустрация) тыуҙыра һәм тормоштан юғалыу теләге уята. Тәүге мөхәббәткә бәйле хистәре лә өҙөлөп ҡала. Саф күңелдән яратҡан егет йөрәгенә яуапһыҙ мөхәббәт тәрән эҙ һала, уны күңел ауырыуына дусар итә, Вилнарҙа юғалтыу хисе тыуа (депривация). Был егеттә үҙенең психологик мохтажлыҡтарын атҡарыу мөмкинлегенең аҡһауына килтерә.
Вилнар образы аша автор мөмкинлектәре сикләнгән кешене (когнитив депривация) һүрәтләй. Егет тирә-йүнгә, башҡа кешеләргә ҡарата үҙе уйлап сығарған тормош моделе төҙөй. Автор психологик ситуация менән оҫта эш итә: Вилнарҙың мәрткә киткән сағын һүрәтләгәндә, күрше бүлмәлә әсәһенең шым ғына илауы ишетелеп ҡала. Был үҙе үк әсә-бала мөнәсәбәтенең бирелеше. Аңлашылыуынса, Вилнар әсәһе менән генә көн күрә. Ә әсәйгә артыҡ яҡын булған йәки атайһыҙ үҫкән малайҙар нескә күңелле, артыҡ хис-тойғоло булыуы менән айырылып тора. Улар тышҡы донъяның ҡытыршылыҡтарын ауыр ҡабул итә. Был үҙе үк эмоциональ юғалтыу хисен тыуҙыра һәм шәхестең үҫешендә кешенең психик һаулығының үҙгәреүенә, ҡаҡшауына килтерә.
Үҙ-үҙенә ҡул һалғандар күп ваҡытта үҙен ҡорбан итеп тоя. Ундай осраҡ психологик өсмөйөш тыуҙыра: ҡорбан — агрессор — яҡлаусы. Әгәр кеше үҙен ҡорбан итеп тоя икән, һис шикһеҙ, агрессор табыласаҡ, бәлки, ул үҙ холҡо менән дә йәлеп итәсәк. Шулай уҡ яҡлаусы тәбиғәте һалынған шәхес башҡаларға ауырлыҡ килгәндә ярҙам итергә, яҡларға ашыға. Романдан Миҙхәт Хөсәйенов образын миҫал итеп алырға мөмкин. Вилнарҙың күңел торошонда тайпылыштар һиҙеп, ул ярҙамға ашыға. Агрессор сифатында Вилнарға ҡаршы тормош үҙе үк сығыш яһай (мәҫәлән, аныҡ кеше миҫалында — Сәлим). Ул, Вилнарға ҡарата бер ниндәй насарлыҡ эшләмәһә лә, егеттең күңел донъяһын томалаусыға тиң. Сәлим тормошҡа яраҡлаша белә. Ул тиҙ ҡурҡып барыусан (истериод) шәхес, ҡыҙҙар алдында ла үҙен яҡшы итеп күрһәтә. Ә Вилнар алдында — тәкәббер. Көймәй ҙә, бошмай ҙа былай ти:
— Һуңланың, дуҫҡай, һуңланың, Миңлебикә — минеке... Беҙҙең тиҙҙән балабыҙ тыуасаҡ...
Әлмир исемле егет, әрменән ҡайтып, һалдат кейемендә килеш аҫылынып үлә. Һөйгән ҡыҙының көтмәй икенсе кешегә кейәүгә сығыуы егеттә психологик тарҡалыу хисе тыуҙыра. Был — тотороҡһоҙ шәхес. Уның кәйефе тормоштағы ситуатив хәлгә ныҡ бәйле. Шулай уҡ был кәйеф башҡаларға булған хис-тойғоларҙа ла сағыла.
Пассив-агрессив шәхес башҡаларҙың ҡурсалауына мохтаж. Романда бындай йүнәлештәге образдар — Илшат менән Ирек. Уҡыуҙарын ташлап, ауылда аңҡы-тиңке йөрөйҙәр һәм бер-бер артлы донъяны ташлап китәләр.
Вилнарҙың тиңдәштәре Ринат менән Радик — спортсы. Күрше ауыл егетен үлтергәнсе туҡмау үҙҙәрен дә көтөлмәгән фажиғәгә тарыта. Урманда бер нисә көн ҡасып йөрөгәс, төрмәнән ҡотолоу юлы итеп үлемде һайлайҙар. Ж. Годфруа фекеренсә, “ҡасыусы” шәхес фобияға бирелеүсән. Тормоштоң берәй проблемаһын хәл иткәндә ул һыҙат тағы ла киҫкенләшә. Иң көслө тип һаналған егеттәр, киреһенсә, үҙ-үҙен еңә алмай көсһөҙлөк күрһәтә. Был — физик һәм психологик көстөң һынланышы.
Иҙристең атаһы менән һүҙгә килешеп, үҙ-үҙенә ҡул һалғанын белгән дуҫтары Артур, Дамир, дуҫлыҡҡа тоғролоҡ һаҡлап, дуҫы артынан эйәрә. Улар истероид тибындағы шәхестәр. Ундайҙар конкуренцияға һәләтле түгел, тик һағышланыуға, фрустрацияға бирелеүсән. Шулай уҡ демонстратив юл менән үҙ-үҙен раҫлауға ғына һәләтлеләр.
Үҙ-үҙенә ҡул һалғандар араһында ҡатыны менән айырылышыуҙы күтәрә алмаған Марат, аҡсаһын оттороп, бурысҡа батҡан. Вадимдың яҙмышы ла тотороҡһоҙлоҡ күренеше. Кеше, ғөмүмән, ваҡыты-ваҡыты менән фрустрацияға бирелеүсән. Бәлки, шул ваҡыт арауығын сабыр итеп үткәреү артабанғы йәшәүгә сәбәпсе булып та торалыр. Кеше һәр саҡ тәбиғи һәм социаль мөхиттең тәьҫире һөҙөмтәһендә урталыҡты эҙләргә мәжбүр. Шәхес үҙенең мөмкинлектәренән сығып ысынбарлыҡҡа яраҡлашырға тейешле. Был уның шәхес булараҡ урынын да билдәләй. Ул йә яраҡлаша, йә депрессияға бирелеп юҡҡа сыға.
Физик планда тотороҡло кеше һаулығының ныҡлығы менән айырылып тора. Ул физик эштәрҙе, күнекмәләрҙе теләп башҡара, арыуҙы кисерә белә. Романда был юҫыҡта Аллабирҙе мулла менән Миҙхәт Хөсәйенов образдары үҙенсәлекле.
Тотороҡло шәхес башҡалар менән шәхси мөнәсәбәттәрҙә лә гармонияға ирешә. Ул үҙенең мохтажлыҡтары менән бер рәттән, башҡаларҙың да теләк, тойғоларын аңлау һәләтенә эйә. Ошо һыҙаттар Аллабирҙе муллаға тыумыштан бирелгән. Ул шулай уҡ әхлаҡи планда ла үҙаллы фекерләүсе шәхес. Ҡарышмай ғына үҙенең ихтыярын алға һөрә.
Социаль юҫыҡта Аллабирҙе мулла ҡыҙы Ғәйшә, Миҙхәт Хөсәйенов башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәт ҡора, ярҙамсыл шәхестәр. Кешеләрҙең шәхес булараҡ үҫешенә йоғонто яһаусы мөхит ул — ғаилә. Аллабирҙе мулла ғаиләһендәге әхлаҡи мөхит, ғаилә ағзаларының бер-береһенә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәте үҙе үк шәхестең үҫешенә ыңғай булышлыҡ итә. Шәхси йәһәттән алып ҡарағанда ла Аллабирҙе мулла тотороҡло шәхес — оптимист, тормошто ярата. Киң күңелле, холҡо менән күңелсәк кеше. Үҙ көсөнә ышана һәм таяна. Ғөмүмән, уның социаль, тәбиғи, психологик адаптацияһы юғары. Эске һәм тышҡы донъяға яраҡлашыу, ваҡытҡа, арауыҡҡа, ысынбарлыҡҡа һәм матди донъяға ҡарашы дөрөҫ.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың был әҫәрендә суицид проблемаһы кешелектең үҙ-үҙен юҡ итеү механизмына әйләнә. Әлбиттә, бының менән килешмәү мөмкин түгел. Социаль мөхит — индивидтың үҫеш кимәлен билдәләүсе, уның кешелек тәржемәһен, дөйөм мәнфәғәттәрен, мәҙәни кимәлен булдырыусы. Мәҙәнилектең мәғәнәүи сығанағы булып социаль ҡиммәттәр сығыш яһай. Мәҫәлән, ғаилә мөхите, уның матди хәле, әхлаҡи кимәле... Тышҡы донъяға ҡарата социаль яраҡлашыу һәләте, әлбиттә, төрлө кешелә төрлөсә. Шуға ла шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙә кеше бер-береһенә иғтибарлыраҡ, ихтирамлыраҡ булған осраҡта дөйөм адаптация һөҙөмтәһе лә юғарыраҡ буласаҡ.
Тышҡы күңелле тормоштоң кешегә рухи яңғыҙлыҡ, күңел бушлығы килтереүе ихтимал, һәм киреһенсә, тыштан күңелһеҙ күренгән тормош (мәҫәлән, дини йүнәлештәге) эске донъяға сағыулыҡ бирә. Аллабирҙе мулланың дин юлында булыуы уға физик, әхлаҡи-психологик көс бирә, аҡыл кимәлен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ул — алдынғы ҡарашлы, уҡымышлы хәҙрәт. Тәбиғәттән бирелгән һәләт уға тормоштағы тышҡы ритмды йүгәнләргә, эске биоритм менән етәкселек итергә ярҙам итә лә инде. Дини юлды һайлау — шәхси адаптацияға йүнәлеш биреүсе рухи көс ул. Шуғалыр ҙа суицидҡа яҡын кешегә психотерапевтар түбәндәгесәрәк кәңәш бирә: “Һинең йәшәүең Аллаһы Тәғәләгә кәрәк. Бөтә ауырлыҡ, ҡаршылыҡтар Аллаһ тарафынан ебәрелә. Кемде Аллаһ нығыраҡ ярата, шуға һынауы ла хәтәрерәк. Түҙ”.
Шулай уҡ кешенең үҙаллы рәүештә дингә мөрәжәғәт итеүе лә тышҡы ҡырыҫ донъя мөхитенә бирешмәүгә, ә эске рухи донъяға күсергә мөмкинлек бирә. Шәхес рухи гармонияға ирешә, шатлыҡ кисерә. Шулай итеп, матди донъяға үҙенең ҡарашын үҙгәртә, һәм шул арҡала уға тышҡы донъяның кире йоғонтоһоноң тәьҫире кәмей. Бәхет төшөнсәһенә ҡарата ла ыңғай психологик ҡараш тыуа.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың “Тыштағы зыярат” романында күтәрелгән проблемалар уҡыусыны тәрән уйланырға мәжбүр итә. Күбебеҙҙең туғандары, яҡындары йәки таныштары араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыусы кешеләр бар. Уларҙың күңел кисерешен аңлаған да, аңламаған да кеүекбеҙ...
Романда күтәрелгән проблеманың ҡайһы бер сәбәптәре асыҡлана, һәм улар бик урынлы. Автор шәхестең күңел донъяһына үтеп, уны психологик планда уңышлы асыуға өлгәшкән. Төрлө холоҡло, темпераментлы, тормошҡа төрлөсә ҡарашлы кешеләр бер төрлө психологик тарҡалыуға дусар була бит. Әммә мәсьәлә үтә лә ҡатмарлы. Беҙгә лә, уҡыусыларға, йәмәғәтселеккә, уйланаһы урындар етерлек. Әҙәби әҫәр, бәлки, уҡыусыны уйландыра алыуы менән әһәмиәтлелер.
Зинирә БАЙНАЗАРОВА.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад