Спектакль кем өсөн ҡуйыла?12.09.2012
Спектакль кем өсөн ҡуйыла?Һуңғы өс көн эсендә Яҡут Республикаһынан Чиллэ Баыылайҙың “Көн Күбэджэ Батыр” пьесаһы буйынса Нюрбин дәүләт драма театры, Ҡаҙағстан Республикаһынан Абай Ҡунанбаевтың “Мин кеше тип аталам” пьесаһы буйынса Жамбыл исемендәге Усть-Каменогорск өлкә драма театры һәм Төрөк Республикаһынан Н. Асьялының “Хоҙай Шайтанға әйтте” пьесаһы буйынса Анкара дәүләт театры ҡуйған спектаклдәрҙе ҡарарға насип булды.
Тәүге ике тамашаның фестивалдәр өсөн ҡуйылғаны ярылып ята, өсөнсөһөндә лә был һыҙаттар һиҙелһә лә, уныһында айырма ла бар. Ниндәй айырма? Был хаҡта һүҙ алдараҡ булыр. Әлегә һуңғы ике спектакль тураһында хәбәр алып бармаҡсыбыҙ. Сөнки улар икеһе лә мәңгелек теманы — Алла һәм Аллаһыҙлыҡ темаһын күтәрергә тырыша. Бер үк тема, ә бер-береһенән ныҡ айырылып торған тамашалар!
Ошо ерҙә шуны әйтеп китке килә. Беҙҙең театрҙар ҡуйған спектаклдәр ҡырҡа рәүештә ике төргә бүленә тиергә була: фестиваль өсөн һәм тамашасыға тәғәйенләп ҡуйылғандары. Нимәһе менән айырыла һуң улар? Халыҡ өсөн сығарылған тамашаларҙа декорациялар ябай, реализмға тартым, әҫәрҙә кеше аңлай алмаҫлыҡ фәлсәфәгә урын аҙ, артистарҙың уйыны күңелгә үтеп инеүгә йүнәлтелгән, ул һине йә көлдөрә, йә илатып ала, шул яҡтары менән бигерәк яғымлы. Фестиваль өсөн ҡуйылған спектаклдәр башынан аҙағынаса символ, метафора менән һуғарылған — декорация ла, әҫәрҙең йөкмәткеһе лә, режиссура ла. Йыш ҡына бындай спектаклдәр аңлашылмай, һүҙҙең ни хаҡында барыуы томанлы, теге йәки был сәхнәләрҙең ни өсөн күрһәтелеүе билдәһеҙ, быны төҫмөрләргә генә йәки берәй символға ғына бәйләргә мөмкин. Һөҙөмтәлә — тамашаны ҡарауы күңелһеҙ, шуға уларға халыҡ йөрөмәй. Хәйер, быныһы театрҙарҙы борсомай ҙа, сөнки ундай тамашалар фәҡәт фестивалдәр өсөн, йәғни тәнҡитселәр һәм жюри ағзалары өсөн генә ҡуйыла.
Ошо ерҙә тәбиғи һорау тыуа. Ә театр ни өсөн йәшәй? Тамашасы өсөнмө, әллә шул тәнҡитселәр өсөнмө? Һорау ябай ғына, әммә уға яуап табыуы ауыр. Фестиваль ул — ярыш. Ә ярышҡа кеше йөк атын түгел, ә бәйгегә махсус әҙерләнгән йүгерек юрғаларын сығара, ти театр етәкселәре. Әммә киң итеп рекламаланған фестивалгә килгән ябай тамашасыларҙың аңлайышһыҙ, күңелһеҙ спектаклдәрҙән һуң төкөрөнөп, башҡаса театрға йөрөмәҫтәй булып сығып китеүен уйламай улар. Фестиваль спектаклдәрен дә тамашасыға оҡшарлыҡ итеп ҡуйып булмаймы икән ни тигән һорау тыуа. “Була, ти режиссерҙар, әммә быны эшләүе ауыр”. Эйе, ауырҙыр, сөнки талант кәрәк. Теләк кәрәк. Тырышлыҡ. Шул саҡта маҡсатҡа өлгәшеп була: тамашасының да, тәнҡитсенең дә күңеленә май булып ятырлыҡ спектакль тыуҙырырға мөмкин. Бының асыҡ миҫалы — Анкара театры ҡуйған “Хоҙай Шайтанға әйтте” спектакле. Унда тәрән мәғәнәле фекер ҙә һалынған, сценография ла символға бай, әммә тамашаның үҙен ҡарауы ҡыҙыҡ та, күңелле лә, йыр-бейеү бар, юмор етерлек. Юҡҡамы ни спектакль даими рәүештә көслө ҡул сабыуҙар менән бүленеп торҙо. Нисек өлгәшкән һуң был уңышҡа төрөктәр? Иң алда төп ролгә — Шайтан роленә — бик һәләтле актер һайлау менән отҡан улар. Был артист бик матур, гитарала оҫта уйнай, йырлай, бейей, ҡыҫҡаһы, сәхнә мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланып тамашасыларҙы үҙенә ғашиҡ итә. Ысын шайтан бит был. Шайтан да бит кешене төрлө матурлыҡ, рәхәтлек вәғәҙә итеп аҙҙыра ла баһа. Артист быны һөйкөмлө итеп, фәлсәфәне ауыр, ҡурҡыныс итеп түгел, ә еңелсә юмор менән күңелле итеп уйнай. Шуға ла спектаклде ҡарауы ҡыҙыҡ та, күңелле лә. Ә әйтәһе фекер? Артистарҙың, режиссерҙың беҙгә еткерергә теләгән уйы тамашасы күңелендә спектакль тамамланғас ярала. Был хаҡта борсолорға кәрәкмәй икән. Һәм бына — ошо уҡ тиерлек фекерҙе асыусы ҡаҙаҡ театры. Әммә был спектакль башынан аҙағынаса ҡараңғылыҡта, бысраҡта (сәхнәлә, ысынлап та, бысраҡ ырғытыу бик күп), ауыр атмосферала бара. Авторҙарҙың әйтер һүҙе һәйбәт, аҡыллы, әммә тамашаны ҡарауы ауыр, аңлайышһыҙ, ялыҡтырғыс. Һис шикһеҙ, ҡаҙаҡ театры коллективы артистары талантлы, хатта жюри ағзалары уйынса гениаль спектаклдер, бәлки, әммә тамашасыны уйламау, тәнҡитселәр фекерен алға ҡуйыу арҡаһында сәнғәттән бөтөнләй алыҫ торған спектакль эшләгәндәр. Сәнғәт бит иң алда матурлыҡҡа өндәй, матурлыҡты күрһәтә, ул үҙе матурлыҡ булырға тейеш. Ә бында ҡараңғылыҡ, йәмһеҙлек сәхнәгә сығарылған, һәм был сәнғәттең төп ҡанунын боҙоуға килтергән. Ябай тамашасыны “театрҙы белмәй”, тип күпме генә тиргәһәк тә, эске һиҙемләү менән матурлыҡты тоя белә һәм шуны эҙләп килә лә ул театрға.
Ә ни өсөн улай булғас тәнҡитселәр театрҙарҙан бөтөнләй икенсе төрлө спектаклдәр талап итә һуң? Быны шуның менән генә аңлатырға була. Улар тамашаларҙы күңел менән түгел, ә айыҡ аҡыл менән ҡарай. Сәхнәләге бөтә нәмәне — декорацияны, артистарҙың уйынын, ваҡиғалар үҫешен, конфликтты, бәрелештәр аша бирелгән фекер-идеяны күңел аша үткәрмәй, фәҡәт һалҡын ҡанлы аҡыл менән баһа бирә. Тамашасы: “Спектакль оҡшаны, сөнки ул көлкөлө лә, ҡыҙғаныс та” тиһә, тәнҡитсе: “Спектакль һәйбәт, декорация символ рәүешендә эшләнгән, геройҙар бик фәлсәфәүи фекерҙәр әйтә”, — ти. Ғөмүмән, тәнҡитселәр, белгестәр араһында тойғоға бирелеү насар һыҙат һанала. Тамашасы илаған ерҙә улар көлә, тамашасы көлгән урында тәнҡитсе танауын сира. Тамашасы яратҡан спектакль хаҡында тәнҡитсегә һәйбәт спектакль тип әйтеүҙән Алла һаҡлаһын, был саҡта уны коллегалары хөрмәт итмәйәсәк. Ошо сәбәпле тамашасыларға оҡшаған спектакль тураһында тәнҡитсе: “Ябай халыҡ яратты, әммә спектакль насар”, — тип әйтә.
Мин бер аҙ ябайлаштырып һөйләйем театр донъяһында килеп тыуған хәлде, әммә был — ысынбарлыҡ, спектаклдәргә төрлө, ҡапма-ҡаршы фекер әйтеү йәшәп килә. Был театрҙарға, бигерәк тә актерҙарға дөрөҫ юл табырға, бар көсөн биреп талантын асырға, даими рәүештә тамашасыларҙы ҡыуандырырға ҡамасаулай. Ошо хәлдән ҡотолоу юлы бармы? Юҡ тиерлек, әммә бик тырышҡанда табырға була.
Бына шуның бер ысулы.
1999 йылда Мәҙәниәт министрлығы “Ҡолонсаҡ” исемле балалар фестивален ойошторҙо. Быны белеп ҡалған театрҙар кескәй тамашасыларға аңлайышлы, ҡыҙыҡлы тамашалар ҡуйыуын ташлап, тәнҡитселәр яратырҙай, әммә балаларға бөтөнләй ят булған, томанлы символдарға бай, үтә фәлсәфәүи һәм аңлайышһыҙ спектаклдәр сығарырға тотондо. Улай эшләргә ярамағанлығы хаҡында күпме генә әйтелһә лә, һәр театр тәнҡитселәр һәм жюри ағзаларына оҡшар өсөн һаман үҙенекен эшләне. Шул саҡта фестивалде ойоштороусыларҙың башына бер уй килде: балаларҙан торған жюри төҙөргә! Уларға тәнҡитсе булып сығыш яһарға ла рөхсәт итергә! Иң ҡыҙығы ана шунда башланды ла инде. Рәсми төнҡитселәр менән жюри ағзаларының фекерҙәре балаларҙыҡы менән ҡапма-ҡаршы килә ине. Яҡшылап ҡараһаң, кескәй тәнҡитселәрҙең фекере дөрөҫөрәк кеүек тойола башланы ойоштороусыларға. Быны белеп ҡалған тәнҡитселәр, бер яҡтан, “балалар ни белә инде, улар театрҙы аңламай” тигән фекер таратһа, икенсе яҡтан, балаларҙан торған жюри ағзаларының үҙҙәрен “тәрбиәләргә”, уларға аҡыл өйрәтергә тотондо. Әммә саф күңелле бәләкәстәр (уларға 10-дан 14-кәсә йәш ине) бик принципиаль булып сыҡты һәм үҙ һүҙендә ныҡ торҙо. Бигерәк тә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры ҡуйған спектакль арҡаһында оло бәхәс тыуҙы. Өлкән жюри был тамашаны примитив, ябай тип таба, уға бер ниндәй ҙә приз бирмәҫкә итә, ә балалар ошо спектаклде бик оҡшатҡан һәм уға беренсе урын биреү яҡлы. Ойоштороусылар ауыр хәлдә ҡалды. Беренсенән, оло жюриҙы тыңламай булмай, икенсенән, балалар фекерен дә инҡар итергә ярамай. Ул саҡта ниңә кәрәк булды кескәйҙәрҙән торған жюри? Башҡа спектаклдәр буйынса ла ике жюриҙың фекере тап килмәне. Аптырағас, тамашаларға приздар бирмәҫкә булдылар һәм фестивалгә килгән бар театрҙарға тигеҙ бүләк биреп ҡотолдолар, башҡаса тамашасыларҙан торған жюри ойошторманылар. Йәғни рәсми тәнҡитселәр барыбер еңеп сыҡты булды инде был “алыш”та. Шулай ҙа был хаҡта киләсәктә уйланаһы урын бар, минеңсә.
Мәҡәләмдең тәүге өлөшөн мәшһүр урыҫ драматургы Михаил Булгаковтың фекере менән ослағайным. Был юлы ла уның һүҙҙәрен килтермәксемен.
“Мине насар спектаклдәрҙе аңламауҙа ғәйепләй тәнҡитселәр, — тип яҙа Булгаков бер мәҡәләһендә. — Минең “насар” тигәнем уларса ниңәлер “һәйбәт” тип атала. Аптырағас, тәнҡитселәр бик маҡтаған Мейерхольд ҡуйған “Иҫ киткес мөгөҙлө ир” спектаклен ҡарарға киттем.
Эш шунда: мин — ябай эшсе. Һәр тин аҡса миңә йоҡоһоҙ төндәр буйы заводта ҡара тир түгеп эшләү аша эләгә. Унда мин ауырлыҡты ла, ҡараңғылыҡты ла, ҡот осҡос һәм аңлайышһыҙ шау-шыуҙы һигеҙ сәғәт буйы күрәм, ишетәм. Театр минең өсөн ләззәт алыу, һиллек, кәйеф күтәреү урыны. Һәр хәлдә эшләгән ерем кеүек нервы түгеү, неврастения алыу урыны түгел. Күңел асыу өсөн башҡа ерҙәр бар, тиерһегеҙ. Эш шунда: мин театрҙы яратам.
Мин тәнҡитсе түгел, әммә үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, сәхнә урынына оло бер тишек, шаршау, әлбиттә, юҡ, төп яҡта ике ҡәбер кеүек ҡараңғы ике тәҙрәле кирбес стена. Уның алдында сәйер ҡоролма, унда әллә ниндәй баҫҡыстар, баҫмалар, кәкре-бөкөрө тимерҙәр, баштүбән эленгән ҙур хәрефтәр, оҙон таяҡтар, тәгәрмәстәр, ишектәр... Был ниндәй урын — бер ни аңлашылмай. Декораторҙар шул ҡоролмалар араһында улай-былай йөрөй, сүкеш-балталары менән туҡылдап ала. Оҙаҡ аңлап булмай: спектакль башландымы, юҡмы? Ана күк комбинезон кейгән кешеләр күренә башланы. Әгәр былар актерҙар икән, тамаша башланды, буғай...
Бер ҡатын юбкаһын күтәреп ҡыйыш торған таҡтанан шыуа башланы: икенсе ҡатын ирҙең арт яғын кейем щеткаһы менән таҙартырға тотондо, өсөнсө ҡатын икенсе ирҙең яурынына менеп ултырҙы... Ишектәр шығырлап асыла ла ябыла, тәгәрмәстәр әйләнә. Тамашасылар аптырап шаҡ ҡатып ултыра, әммә кемдәрҙер: “Бис, — тип ҡысҡыра. — Афарин!” Ҡул сабалар. Кемдәр? Боролоп ҡараным. Араларында бер таныш театр тәнҡитсеһен күреп ҡалдым. Түҙмәнем, тәнәфестән һуң китергә булдым. Шул саҡ теге тәнҡитсене тап иттем.
— Китәһеңме? Оҡшаманымы? — тип һораны ул. — Ә бит режиссер — гений!
Бәхәсләшмәйем. Булыуы мөмкин. Әйҙә гений булһын. Минең өсөн был барыбер. Әммә шуны оноторға ярамай: гений — яңғыҙ, ә мин — масса. Мин — тамашасы. Театр минең өсөн йәшәй. Миң аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлы театрға йөрөргә теләйем”.
Бына шулай тип яҙа бөйөк Булгаков. Был фекергә өҫтәр һүҙ юҡ.
Әммә театр донъяһының киләсәген уйлағанда, буласаҡ фестивалдәрҙе ойошторғанда ошо фекерҙе: “Театр — тамашасы өсөн. Ул аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлы спектаклдәр ҡарарға теләй”, тигән фекерҙе оноторға ярамай.
Азамат ҠӘҘЕРБАЕВ


Вернуться назад