Урал батыр07.12.2011
Йыл үҫәһен, ай үҫә ул,
Ай үҫәһен, көн үҫә...
Өфөм, һине уйлағанда
Әкиәт иҫкә төшә.

Урал батыр кеүекһең һин
Изге башҡорт илендә.
Ағиҙелең, гүйә ҡылыс —
Ялтлап тора билеңдә.

(Ҡылысты ла онотмайыҡ,
Кемдәргәлер донъя тар:
Ҡаҙан тулы ҡалъя көҫәй
Аҡылы бер ҡарыштар!)

Ә барыбер дуҫлыҡ еңә,
Өңөнә боҫа шаҡшы —
Берәүҙән — икәү яҡшы ул,
Икәүҙән — өсәү яҡшы!..

Өфөм, гүйә Урал батыр,
Ергә тере һыу бөркөп,
Быуаттарҙан-быуаттарға
Осор... атланып бөркөт!

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад