Туйҙа атылған шампандар07.12.2011
* * *
Туйҙа атылған шампандар
Тормошҡа
Старт ҡына.
Ҡарҙай аҡ туй күлдәгенә
Күпме
Бысраҡ ҡуна.

Ғүмер юлы —
Кемгә спринт,
Кем өсөндөр —
Марафон.
Әҙәм үҙе үлсәп алмай
Старт һәм финиш
Араһын.

Абынаһың икән әгәр
Башҡаға
Бәлә һалма.
Ғүмер юлы —
Ярыш бит ул,
Ә судья берәү —
Алла.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад