Ошо көндәрҙә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында “Беҙ – мәсетлеләр!” тигән фотокүргәҙмә асылды.
Фойеның түрендәге ҡупшы тирмәнән йәше лә, ҡарты ла өҙөлмәне. Уңған хужабикә ҡунаҡтарҙы тәмле сәй һәм шифалы бал менән һыйланы, ә төптә йәш әсә сәңгелдәк бәүетә, өләсәй урындыҡта йөн иләй, ҡыҫҡаһы, бында тормош һәүетемсә гөрләй.
Мәсетле районының ғорурлығы булған “Ҡарағай” шифаханаһы “исем туйы”н үткәрҙе, мөләйем ҡыҙҙар баш ҡала кешеләрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ихлас яуап бирҙе.
Эшҡыуарҙарҙың тауарҙарын һатыуға сығарыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы. Оло Ыҡтамаҡтан Фәттәховтар ит ыҫлау тураһында һөйләне. “Беҙҙең яҡтарҙа ит шул тиклем күп, халыҡ уны ҡайҙа ҡуйырға ла белмәй, – ти эшҡыуар Александр Фәттәхов. — Үҙебеҙҙән тыш, Балаҡатай һәм Дыуан райондарына сығып та йыябыҙ, ит ыҫлау — отошло шөғөл”.
Гөлназ менән Иштуған Денисовтар баҫҡан быйманы өлкәндәр сират тороп алды. Абдулла ауылынан Зилара Ғәзизова йыл һайын ҡаҙ бәпкәләре алып үҫтереүен әйтте, табышлы эш икәнен әллә ҡасан төшөнгән. Ул һатыуға 20-гә яҡын ҡаҙ алып килгән. Дамира Фәхрисламова ҡул эштәрен ярата, өҫтәлдәге мендәр тыштары, таҫтамалдар, бирнәләр күҙҙең яуын алырлыҡ, ә Ләмәҙтамаҡ ауылынан Илгизә Лоҡманова буш ваҡытында туҙҙан төрлө уйынсыҡтар үреүгә әүәҫ. “Күҙ нурҙарымды түгеп эшләгән ошо әйберҙәремде таныштарыма бүләк итәм, яратып ҡабул итәләр”, – ти ул.
Төштән һуң барыһы ла тамаша залына ашыҡты, район вәкилдәре һәм төбәктән сыҡҡан күренекле шәхестәр менән осрашыуҙы үҙешмәкәр артистар әҙерләгән концерт биҙәне.
Илдар АҠЪЮЛОВ