– ”Ҡурай” музыкаль каналы тапшырыуҙарын яратып ҡарай инем. Үкенескә ҡаршы, күптән түгел ул күрһәтмәй башланы. Бының сәбәбе ниҙә икән?
Фәүриә АЛЛАБИРҘИНА,
Мәләүез ҡалаһы.
Был һорауға “Ҡурай” каналының баш мөхәррире Айгөл Әхмәҙиева яуап бирә:
– Ысынлап та, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә “Ҡурай” кабель каналын халыҡ үҙ итеп өлгөрҙө. Хәҙер Рәсәйҙең 73 төбәгендә, иллеләгән ҡалаһында беҙҙең тапшырыуҙарҙы яратып ҡарайҙар.
Ә бөгөн ҡайһы берәүҙәрҙең был каналдың ҡарай алмауының сәбәбе шул: республикабыҙҙың Мәләүез, Ишембай, шулай уҡ Көньяҡ Урал төбәге райондары “Башинформсвязь” элемтәһенә тоташҡан. Бөгөн был ойошмала тикшереүҙәр бара. Шул сәбәпле “Ҡурай” тапшырыуы ваҡытлыса туҡтатылып торҙо. Хәл асыҡланыу менән ул йәнә үҙ эшен башлаясаҡ.