Бәүелсәк07.12.2011
И, балалыҡ уйындары:
"Мин — бейектә,
Һин — түбән..."
Бәүелсәктә бер атынһаң,
Күккә тейерҙәй
Түбәң.
Тигеҙлек юҡ был "бизмәндә" —
Йә төшәһең,
Йә менәһең...
Ләкин йәндәр ләззәтләнде
Ошо уйын
Тәменән.
...Тормошта ла шул уҡ уйын:
Мин — түбәндә,
Һин бейек...
Мине тапап үтеүселәр
Һиңә килә
Баш эйеп.
Тик ябай бер хәҡиҡәтте
Онота күрмә мәгәр:
Һин дә осоп төшәсәкһең,
Мин ҡолап төшһәм әгәр...
Салауат Әбүзәров