Яныу07.12.2011
Мин бушлыҡта йөҙөп
Йөрөгәнмен
Ташлағандай карап
Ер шарын.
Орбитаңа
Килеп кергәс кенә
Белдем һиндә
Хәтәр көс барын:

Мөхәббәтең менән
Тартып алдың,
Янып остом һиңә мин,
Бәғрем.
Бушлыҡта
Бер киҫәк таш булғансы,
Ҡуйыныңда булһын
Ҡәберем...
Салауат Әбүзәров


Вернуться назад