Бүләк07.12.2011
"Бүләк" һүҙе "бүлә" тигән һүҙҙән,
Беләм уны кемдәр бүлгәнен.
Үҙем дә ҡул сабып торғаным бар,
Тапшырғанда дәүләт бүләген.
Ас эттәргә бәргән һөйәк бит ул,
Хәйерсегә биргән тинлек ул.
Берәүҙәргә көнлөк байрам булһа,
Ә берәүҙәр өсөн "Мин(!)"лек ул.
Беләм уны көсләп биргәндәрен,
Һорап алғандарын беләмен.
Берәүҙәрен эстән йәлләп ҡуям,
Берәүҙәрҙән ихлас көләмен.
Олпат-олпат заттар ҡыланалар
Ҡоҙғон тапҡан кеүек үләкһә.
Бер-береһенә батҡаҡ бәрә-бәрә,
Ябырыла ошо бүләккә.
...Ана, тағы бүләк тараталар,
Тағы берәй хикмәт сығырмы?
Ә мин иһә, шул бүләккә ҡушып,
Бүләк итәм ошо шиғырҙы.
Салауат Әбүзәров