“Аҡһөйәктәр” һәм ”ҡаҡһөйәктәр”07.09.2012
“Аҡһөйәктәр” һәм ”ҡаҡһөйәктәр”Бер нәмә башыма һыймай: һайлау алдынан төрлө фирҡә етәкселәре, береһенән-береһе уҙҙырып, халыҡҡа матур һәм михнәтһеҙ тормош вәғәҙә итә.
Уларҙың тел йоторлоҡ татлы вәғәҙәләрен телевизорҙан ҡарап, радионан тыңлап, гәзиттәрҙән уҡып һеләгәйең ағырлыҡ. Нишләп аҡмаһын, ана, кемелер торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы башбаштаҡлыҡты ауыҙлыҡлай, кемелер наркотик һатыусыларға ҡарата ҡәтғи яза сараһы күрә, бәғзеләре иң кәрәкле тауарҙарға хаҡтар сиген билдәләй, чиновниктарға түгел, хеҙмәт кешеһенә ярҙам итә... Хәйер, вәғәҙәләрҙең осона сығырмын тимә. Ҡыҫҡаһы, фәҡир Рәсәй халҡын өрмәгән ергә ултыртмайҙар. Үҙемдең дүрт тиҫтәнән ашыу ғүмеремдә нисә һайлауҙа ҡатнашҡанмындыр, әйтә алмайым. Ләкин һайлауҙарҙан һуң барлыҡ вәғәҙәләр онотолоп, буш имеҙлек ҡабып, Пушкиндың “Алтын балыҡ” әкиәтендәге бабай хәлендә ҡалғанды яҡшы беләм.
Уйлап ҡараһаң, бер фирҡәнең дә һайлау алды платформаһы насар түгел, тормошобоҙҙа ҡайһыныһын ҡулланһаң да гөрләтеп йәшәрлек. Иң ҡыҙығы шунда: ошо сөсө вәғәҙәләр менән һыйлаған фирҡәләрҙең вәкилдәре, Дәүләт Думаһы депутаттары булыуға ирешеп, түргә менеп ҡунаҡлай, тик тормошобоҙ ғына нишләптер алға бармай ҙа ҡуя. Бына ошоға башым етмәй минең. Байтаҡ уйланып йөрөгәс, бер һығымтаға килдем: баҡтиһәң, фирҡә етәкселәре үҙҙәренә үҙҙәре вәғәҙә бирә икән. Шулай булмайса, улар нисек йәшәй ҙә халыҡ нисек йәшәй! Әйтәйек, депутаттар өсөн дәүләт бер йыл эсендә 5,4 миллиард һум аҡса түгә. Һәр депутаттың эш хаҡы 128—151 мең һум тәшкил итә. Бында социаль пакет, йәғни бушлай медицина хеҙмәте, илебеҙҙең иң яҡшы шифаханаларында ял итеү инмәгән. Өҫтәүенә, 800 меңгә тиклем барып еткән премияларҙы ла ҡушып ебәрһәң, һимеҙ генә ҡалъя килеп сыға түгелме!?
Рәсәй законы буйынса (башҡа илдәрҙә лә шулай) депутат эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә алмай. Ләкин әлеге саҡырылыш депутаттары араһында 90 кеше ниндәйҙер компания директоры йә банкир. Улар эшҡыуар булыуҙан туҡтаған тиһегеҙме?! Киреһенсә, үҙ бизнестарын тағы ла ҡеүәтлерәк итеү өсөн депутатлыҡ мандатын кеҫәһенә һалманылармы икән?! Сөнки Дәүләт Думаһы депутаты булыу — тағы ла ҙурыраҡ эшҡыуарҙар менән бәйләнеш булдырыу тигән һүҙ. Ә аҙаҡ инде ҡул ҡулды йыуа — депутат эшҡыуарға ниндәйҙер мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә, тегенеһе иһә үҙ янсығынан өлөш сығара.
Әлбиттә, депутат кеҫәһенең ҡалынлығы былар менән генә сикләнмәй, уны беҙ ҡапшап ҡарай алмайбыҙ. Һәр хәлдә, үрҙә телгә алынғандар диңгеҙҙә йөҙгән айсбергтың башы ғына... Ә бына үҙебеҙҙең кеҫәбеҙҙә елдәр иҫкәнен, улай ғына ла түгел, дауыл уйнағанын яҡшы беләбеҙ. Мәҫәлән, Рәсәйҙә уртаса эш хаҡы — 27 мең һум, Башҡортостанда — 17 мең самаһы. Был һандарҙың түбәнән алынғанын кем белмәй икән?! Уйлап ҡарайыҡ, ауылдарҙа күпме халыҡ эшһеҙ ята. Хәйер, Рәсәй ҡалалары ла эшһеҙҙәр менән тулған. Эшсәндәрҙең дә хеҙмәт хаҡы йән аҫрарлыҡ ҡына, 5–6 меңгә тир түккәндәр быуа быуырлыҡ: балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, мәктәп уҡытыусылары, табиптар уртаса “эш хаҡы”н төштәрендә лә күргәне юҡтыр, моғайын. Бына ошо телгә алынған “түбән ҡатлам” халҡына “юғары ҡатлам” кешеләренең килемен бүлгәндә, “уртаса” килеп сыға ла инде. Шулай, кемгә — һөйәк, кемгә — майлы ҡалъя!..
Салауат ӘБҮЗӘРОВ.


Вернуться назад