Белеүебеҙсә, Хаҡ тәғәләнең иң ныҡ яратҡан йән эйәһе — кеше. Ер шарында иң камил зат булараҡ та кеше тереклектең иң юғары баҫҡысында тора.
Цивилизация шауҡымымы икән, әллә эволюция тәьҫиреме, “һомо сапиенс” төркөмөнә ҡараған ошо һөтимәр йән эйәләренән тағы ла бер төркөм бүленеп сыҡты. “Һомо сәмикс” тип атайҙар уларҙы. Ә ябай тел менән “эскеселәр” тип йөрөтәләр.
Йәмғиәт алдында эскеселәрҙең артыҡ ғәйебе юҡ та һымаҡ. Бәләнең башы, беләһегеҙме, нимәлә? Ябай кешеләр йәшәр өсөн эсә, ә был мәхлүктәр эсер өсөн йәшәй. Партияға тоғро коммунист һымаҡ, эскеселәр Бахус хаҡына эшен, ғаиләһен, мөлкәтен, һаулығын ҡорбан итә.
Балыҡсы балыҡсыны алыҫтан таный, тиҙәр бит. Эскеселәр ҙә бер-береһен еҫенән, төҫөнән, ҡиәфәтенән тиҙ таный һәм бик татыу йән аҫрай. Ҡағыҙға яҙылмаған ҡанундары ла бар уларҙың. Мең ғазап менән табылған араҡы йотомона ҡәҙәр йән башына тип-тигеҙ бүленергә тейеш. Шулай уҡ закусканы ризыҡҡа әйләндереү ҙур гонаһ һанала. Тәмәкең дә ауыҙҙан ауыҙға йөрөргә тейеш. Ә шешәләш әшнәләреңде, араҡы алып киләм тип алдап китһәң, һин абруйыңды мәңгелеккә юғалтаһың һәм тантаналы рәүештә “өйөр”ҙән ҡыуылаһың.
Ә хәҙер эскеселәрҙең йәмғиәткә файҙаһы тураһында һөйләшәйек. Тап эскеселәр айырым ҡатлам кешеләрҙең, атап әйткәндә, көнө-төнө көмөшкә һатыусыларҙың матди хәлен ныҡ байыта. Миҫал өсөн үрге ос Көмөшбикә әбейҙе генә алайыҡ. Ике ҡатлы коттеджды пенсия аҡсаһына төҙөгән тиһегеҙме?.. Икенсенән, дәүләт өсөн дә эскеселәрҙең файҙаһы иҫ киткес: уларҙың береһе лә, пенсияны арттырығыҙ, долой хөкүмәт, тип митингка сығып йөрөмәй. Ни өсөн тигәндә, эскеселәрҙең ғүмере бик ҡыҫҡа, улар пенсия йәшенә етә алмайынса, бик иртә гүр эйәһе була.
Эскеселәр бик нескә күңелле. “Өйҙән сығып кит, алкаш!” — тигән һүҙҙәрҙе улар кешелек дәрәжәһен кәмһетеүгә һанай. Ә “мент”, “мировой судья”, “ун биш сутка” тигән һүҙҙән улар уҡшый башлай...
Һикһәненсе йылдарҙа Горбачевтың сәйәсәте арҡаһында эскеселәргә афәт килде. Бер литр араҡы алам тип, әллә күпме арҙаҡлы эскесе сират торғанда ҡыҫылып үлде. Утлы эсемлек урынына улар денатурат, быяла таҙартҡыс, одеколон, лак, тормоз шыйыҡсаһы ҡулланды. Былар барыһы ла эскеселәрҙең нервы системаһының ҡаҡшауына, ашҡаҙан-эсәк юлының зарарланыуына, матдәләр алмашыныуының боҙолоуына килтерҙе. Ошонан һуң эскеселәр Горбачев исеменә бәддоға, ҡарғыш яуҙырҙы... Һөҙөмтәлә уның тәхете бер төндә селпәрәмә килде, Кремль тигән батша йортонан мәсхәрәле рәүештә мәңгелеккә ҡыуылды.
Ғалим-аналитиктарҙың күҙаллауынса, “һомо сәмикс” төркөмөнә ҡараған йән эйәләрен яҡын киләсәктә “Ҡыҙыл китап”ҡа индереүҙәре бик ихтимал. Сәбәбе ябай: һәр ауылда мәсеттәр төҙөлә, манараларҙа ҡыйырсыҡ ай балҡый. Ҡасандыр шул манараларҙы ауҙартҡан Ленин ҡарттың кем икәнен дә белмәгән, иманды үҙ иткән, бисмиллаһыҙ ейер ризығына тотонмаған, араҡыны шайтан эсемлеге һанаған яңы быуын үҫеп килә. Хәйерлегә булһын. Амин!
Фәнил ӘБДЕЛМӘНОВ.