Иҫке шарап07.12.2011
Мөхәббәтем
Иҫке шарап һымаҡ,
Ул иҫкергән һайын,
Көслөрәк...
Йөрәгемдә
Оҙаҡ һаҡланғанға
Тоноҡлана
Һәм хуш еҫлерәк.
Гәлсәр бокал кеүек
Ике күҙем
Мөлдөрәмә тулы
Шараптан.
Сәкәштереп түңкәрәйек,
Йәнем:
"Яратам мин һине!..
Яратам!.."
Салауат Әбүзәров