Уҡыусылар ижады07.09.2012
Ҡапҡа янында

(Төш)

Алдым да Ҡөрьән ҡулыма,
Атланым ожмах юлына.
Барып еттем дә ожмахҡа,
Туҡтаным алғы боҫмаҡҡа.

Ҡапҡа төптә фәрештәләр
Ғариза ҡабул итәләр.
Ҡапҡаны ябыҡ тоталар,
Кемделер күптән көтәләр.

— Башта сират күперен кис, —
Тине миңә ҙур фәрештә.
— Яйы менән эш итәбеҙ.
Тәртип кәрәк һәр бер эштә.

Ә мин әйттем ғорурланып:
— Сират ҡылы ифрат нескә,
Алланың ҡөҙрәте менән
Үттем уны көскә-көскә.

Фәрештәнең береһе әйтте:
— Улайһа, һин бир танытма.
Танытмалар бушлай булмай,
Ул турала ла онотма!

Шаҡтай ғына уйға ҡалдым,
Кеҫәләремдә бутандым.
Хәйер күп булмай ул, тиеп,
Ете көмөш, алты алтын
Танытмама төрөп һалдым.

Танытмамды һуҙҙым шунан
Ҡапҡаның тар тишегенән.
Танытма тотоп фәрештәм
Кереп китте ишегенән.

Оҙаҡ көттөм, алйып бөттөм,
Яуап ожмахтан килмәне.
Йәннәтте күрермен тигән
Хыялдарым үтәлмәне.

Сират күперен үтеп тә,
Кералмамын ожмахыңа.
Янырмын инде, Хоҙайым,
Ас ҡапҡаңды тамуғыңа.
Нәҙһәт ФӘТХИЕВ.
Яңауыл районы,
Юғары Сат ауылы.


l ЙЫЛМАЙЫП-КӨЛӨП КЕНӘ

Әсәһе ҡыҙына:
— Ҡыҙым, һин кейәүгә уйламайыраҡ сығаһың шикелле.
— Әсәй, был турала уйларға һиңә әле иртәрәк, тип үҙең әйттең дә баһа!
* * *
Мәжлестә ярайһы ғына төшөрөп алған ир күҙе төшкән бер ҡатын тирәһендә бөтөрөлә башлай:
— Минең һеҙҙе ҡайҙалыр күргәнем бар кеүек.
— Бар, әлбиттә!
— Ҡайҙа?
— Йүләрләндеңме әллә? Мин бит һинең ҡатының.

* * *
— Доктор, ҡараңғы төшөү менән минең аяҡтарым өшөй, туңа башлай, боҙ кеүек була.
— Минеке лә шулай, ләкин ҡатын янына юрған аҫтына инеп ятҡас, йылынып китә. Һеҙгә лә быны һынап ҡарарға кәрәк.
— Рәхмәт, доктор, кәңәшегеҙгә. Ә сәғәт нисәләрҙә барһам, ҡатынығыҙҙы тура килтереп булыр?

* * *
— Машинағыҙҙы алып киткәндәрен ҡайҙан белдегеҙ?
— Кисә кис. Ресторандан сыҡтым, ишеген астым, рулгә инеп ултырҙым, ҡуҙғалып китмәксе булам, машинам юҡ.
Мулланур ТИМЕРӘЕВ.
Дүртөйлө ҡалаһы.


Вернуться назад