МәҫәлУң аяҡтан башланды был бәхәс:
— Һин — Мейегә, — тине, — һүҙ әрәм!
Күпме әйттем, уйланырға ҡуштым,
Сыҙар хәл юҡ — мин баш күтәрәм!
Һалпыш Ҡолаҡ ҡапыл тертләп ҡуйҙы:
— Нимә тиһең?! Нимә һөйләйһең?!
Забастовка яһай, имеш, берәү...
Баш ҡатырып, йоҡо бирмәйһең!
— Баш күтәрәм, сөнки һыҙланыуға
Түҙеп булмай... Дарыу алманы.
Нисек алһын: алды-ялды белмәй,
Йөрөмәгән юлдар ҡалманы!
— Дөрөҫ! — тиеп тауыш бирҙе шул саҡ
Арҡа терәп ятҡан Һул аяҡ, —
Бер ағза ла йәшәй алмаҫ ине,
Әҙәмдә беҙ әгәр булмаһаҡ.
Күпме мөмкин, ике Ишәк һымаҡ,
Бөтәгеҙҙе йөкмәп йөрөргә?
Ниңә тейеш хатта маңҡа Танау,
Үҙен сөйөп, өҫтә йөрөргә!
— Ни һөйләйһең?! — Ырғып ҡуйҙы Танау, —
Беҙме Ерҙә әрәмтамаҡтар?
Еҫ һиҙеүҙән — беҙҙең һиҙгерлектән —
Алға атлайһығыҙ, Аяҡтар!
Күҙҙәр шул мәл көлөп ебәрҙеләр:
— Күбәйҙе, — тип, — ҡыйыу-батырҙар.
Беҙ күрмәһәк, Аяҡ ҡына түгел,
Бар ағзалар ҡайҙа барырҙар?
Ҡорһаҡ шунда “бығыр-бығыр” килде:
— Ә ашауһыҙ бәндә торамы?
Ашҡаҙанһыҙ (әллә башһыҙмы һеҙ?!)
Ер йөҙөндә Әҙәм буламы?
Баш осона Уң ҡул күтәрелде:
— Һеҙ ҡайһы саҡ сабый ишеләр.
Тик Ҡулдарҙан – беҙҙең эшсәнлектән
Тормош ҡора бөтә кешеләр!
Йөрәк кенә бер һүҙ өндәшмәне,
Күкрәк менән бары серләште.
Ниңә һүҙҙәр: бөтәһе лә белә
Ағзаларға ағза Йөрәкте...
Ә Мейегә күптән барып етте
Уң аяҡтың әйткән тәнҡите:
— Һәр берегеҙ, — тине, — үҙен яҡлап,
Эшен яҡлап дөрөҫ һүҙ әйтте.
Тик Мейеһеҙ, тимәк, уй-аҡылһыҙ
Берегеҙ ҙә үҙе булалмай.
Бер ағза ла башҡа ағзаларһыҙ
Был донъяла бер ни ҡылалмай!
Яңылышлыҡҡа юлды бораһығыҙ,
Көтөп тормай Аҡыл хөкөмөн.
Яуызлыҡ та эшләп ҡуяһығыҙ,
Ҡарап тормай кемдең кемлеген.
Ашыҡмағыҙ юл, эш башлар алда,
Көтөгөҙ һәм сабыр итегеҙ...
Мең ҡат үлсәп, һеҙгә — һәр ағзаға —
Иң кәрәген хәбәр итербеҙ...
***
Булмаҫ хәлде теҙҙем был мәҫәлгә,
Тик китмәҫ һүҙ, беләм,әрәмгә:
Вайымһыҙға түгел, ул арналды
Аҡыл туплар — уйлар әҙәмгә.
Риф Мифтахов