Рухи донъябыҙ һайыға бит07.09.2012
“Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 8 август һанында шағирә, публицист Тамара Ғәниеваның “Асыҡларға ваҡыт!” тигән асыҡ хатын уҡығас, мин дә ҡулыма ҡәләм алдым.
Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөк ҡашы Ағиҙелебеҙ һәм башҡа йылғаларыбыҙ, күлдәребеҙ йылдан-йыл һайыҡҡанын күреп көйәбеҙ, әммә бер ниндәй сара күрә алмайынса йәшәйбеҙ, шуғалыр замандаштарыбыҙҙың рухи донъяһы һайығыуға ла ғәжәпләнмәйбеҙ.
Ҡөрьәндә яҙылған “халыҡ эсәр һыуҙарға ҡытлыҡ кисерер” тигән заманға яҡынлашабыҙ шикелле. Һуңғы егерме йылда илебеҙҙә матди байлыҡтан башҡа төрлө ҡиммәткә ҡарата битарафлыҡ, ғәмһеҙлек сәскә ата. Аллаһы Тәғәләнең беҙгә бирелгән һынауҙарын төрлөбөҙ үҙ кимәленән тороп күрә. Яҙыусылар шундайыраҡ глобаль мәсьәләләр тураһында ябай кешеләргә ҡарағанда күберәк уҡығас, “эштәр”ҙең асылына нығыраҡ төшөнә, гәзит-журнал биттәрендә, радио, телевидение аша асып һала, ҡыйыу һүҙҙәре менән халҡына хеҙмәт итә.
Әммә халыҡ, күрәһең, радио тыңламай, ашап-эсеүгә нисек аҡса еткереү тураһында уйлай, гәзит-журналдарҙы алдырмай ҙа, уҡымай ҙа.
Төп һүҙем — Стәрлетамаҡ ҡалаһында сығып килгән “Ашҡаҙар” гәзите хаҡында. Баҫма 1990 йылдың ғинуарында Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы ағзаларының инициативаһына ярашлы, 1995 йылда мәрхүм булып ҡалған ялҡынлы публицист, шағир Вил Ғүмәровтың тырышлығы менән нәшер ителә башлағайны (беренсе мөхәррире лә ул булды). Гәзит оҙаҡ йылдар ойошманың әҙәби, ижтимағи-сәйәси баҫмаһы булып һаналды, күп мөхәррирҙәр алышынып торҙо. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Ашҡаҙар” ҡалала билдәлелек яулай алманы.
Яҙыусылар: “Аҙнаһына бер тапҡыр гәзит сығарыу оят түгелме?” — тип әйткеләй торғас, мөхәррир Рим Ғәббәсов гәзитте аҙнаһына ике тапҡыр нәшер итеүгә өлгәште.
Ләкин баҫма уҡымлы мәҡәләләргә ҡытлыҡ кисерҙе, башлыса мәктәп тормошо хаҡында хәбәрҙәр баҫылды.
“Ашҡаҙар”ға яңы мөхәррир итеп Г.Ә. Дәүләтйәрова тәғәйенләнгәс, баҫма “Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите” тип нарыҡланды. Гәзиттең һәр һаны йөкмәткеһе һәм биҙәлеше йәһәтенән яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Яҙыусылар менән бәйләнеш нығытылды, гәзит уҡыусылар күңеленә хуш килерҙәй өр-яңы рубрикалар булдырылды: “Әҙип һүҙе”, “Социаль яҡлау”, “Ҡулай мөхит”, “Кеше һәм закон”, “Юристан һора”, “Спорт”, “Рухиәт”, “Баҡсасыға”, “Тирә-яҡ мөхит”, “Ҡолаҡ һал”, “Ислам нуры”, “Уйланырға урын бар”, “Һөйөнөслө хәбәрҙәр”, “Ишеттегеҙме әле?”, “Ултырыштар”, “Матбуғат конференцияһы” һ.б.
Үкенескә ҡаршы, гәзитебеҙгә тоғро уҡыусылар етешмәй, сөнки рухи донъябыҙ йылдан-йыл һайығыуға бара. Ҡала башҡорттарының намыҫын уята алмағас, гәзиттең тиражын арттырыуға өлөш керетәм тип, пенсиям артыҡ ҙур булмаһа ла, бер адресҡа — ике, икенсеһенә бер гәзит алдырам.
“Ашҡаҙар” гәзите редакцияһына теләктәрем дә бар. “Шиғриәт тулҡындарында” рубрикаһында бирелгән шиғырҙарға талапсаныраҡ булыуҙарын теләр инем, уларҙы шиғриәт ҡанундарына яраҡлаштырып баҫтырыу ҙа яҙыҡ булмаҫ. Альбомға ярарлыҡ яҙмалар баҫтырып, гәзиттең йөҙө яҡтырып китмәҫ. Шиғриәт менән мауығыусылар өсөн “Халыҡ ижады өлгөләре” тигән рубрика булдырыу кәрәктер, тип уйлайым.
Кәрим БУЛАТ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад