Нурулла балдың йәнә бер шифаһы хаҡында ғәжәп асыш яһаны. Асыш яһаны тигәс тә, бер ниндәй ғалим да, духтыр ҙа түгел ул. Бер ойошмала һинең менән минең кеүек ябай хеҙмәткәр инде. Кем булып эшләй тиһегеҙме? Точноһын ғына әйтә алмайым, ә бына көн һайын бер ҡосаҡ ҡағыҙ тотоп, бүлмә буйлап:
“Ошонда ғына ҡултамғағыҙҙы ҡуйығыҙ әле”, — тип йөрөгәнен беләм. Ҡайһы берҙә теге йәки был түрәнең килгәнен көтөп, көнө буйы ишек төбөн ҡарауыллағаны ла мәғлүм.
Көндәрҙең береһендә ойошмаға ҡапыл Мәскәү кешеһенең имзаһы кәрәк булды. Үҙегеҙ беләһегеҙ: Мәскәү — илебеҙҙең генә түгел, һәр беребеҙҙең йөрәге, беҙ баш ҡалаһыҙ тере ҡулһыҙ, унһыҙ бер ниндәй эш алға шылмай. Бөтә аҡыллы, ҙур идеялар нәҡ унда морон төртә бит.
“Йөрәк”кә, әлеге лә баяғы, Нурулланы ебәрергә булдылар. Китер көндә ойошма етәксеһе саҡырып алды ла төплө кәңәштәрен бирҙе:
— Мәскәү беҙҙең йөрәк кенә түгел, ауыҙ ҙа, ә ауыҙ һәр ваҡыт ашап торорға тейеш. Тимәк, буш ҡул менән барырға ярамай. Иң мөһиме: башҡорт балын алырға онотма, — тине.
Нуруллаға быға тиклем Мәскәүҙә тегеләй-былай йомош менән булырға тура килһә лә, бындай ҙур эш менән тәүгә барыуы ине. Шуға ла осаһы төндө йоҡлай алмай, тегеләй-былай борғаланып сыҡты. Шөрләтә бит әле! Мәскәү һынлы Мәскәү кешеһе беҙҙең Өфөнөкө һымаҡ түгелдер бит. Нисек ҡаршы алыр икән? Әгәр ҡырҡ сәбәп табып, имзаһын ҡуймай сығарһа! Унан коллективта башынан һыйпамаҫтар! Ауыҙҙан ауыҙға китер ләстит: эшкинмәгән, йөрөйһөң бушҡа аҡса туҙҙырып, теге лә был, һине ебәргән беҙ иҫәр...
Нурулла “Йөрәк”кә ике сәғәт тигәндә самолетта выжлатып ҡына барып төштө. Тик бына биҙрә ҙурлығындағы һауыттағы балын кәрәкле йортҡа һөйрәп килтереп еткергәнсе кәзә майҙары сыҡты. Ни итһә лә итте, бына ул имза ҡуйыласаҡ бүлмә алдында йөрәген тотоп тора. Илебеҙҙең төрлө урындарынан килгәндәр: Ҡытай сигенән дә, йәһәннәмдә ятҡан Владивостоктан да, Яҡут-Саханан да... Ҡайһыларының, уф, булманы, асып та ҡараманы, төҙәткеләп килтер, тигән һүҙҙәре ҡолағына салынды.
Бына Нурулла ла бүлмә эсенә инеп китте. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ул үҙенең ҡояшлы Башҡортостандан килеүен әйтте һәм “Башҡорт балы” тип яҙылған айыулы һауытын тып иттереп өҫтәлгә ултыртты:
— Һеҙгә күстәнәс, беҙҙең башҡорт балы — донъяла иң яҡшыһы, хатта алтын миҙал яулаған.
Күстәнәсте күреүгә, имза хужаһының ауыҙы сабаталай йырылды, былай ҙа ялпаҡ бите йәнә йәйелде.
— Беләм, беләм, башҡорт балын!.. — Шунан Нурулланың ҡағыҙҙарына ымланы:
— Ҡана. — “Йөрәк” уның ҡағыҙҙарына сысҡан ҡойроғо кеүек оҙон имзаһын сыймаҡланы ла, — шәп булған! — тип өҫтәне.
Был көндә Нурулла башҡорт балының мең төрлө генә түгел, мең дә беренсе сиргә лә дауа булыуына төшөндө.
Венер ИСХАҠОВ.