Хикмәтле хикәйәләр07.09.2012
Хикмәтле хикәйәләрТәбиғи хәл
Донъя мәшәҡәттәрен хәл итеүҙә еңелсә ярҙам күрһәткән белгестән:
— Күпме бирәйем? — тип һораным.
Хаҡын алдан килешмәгәйнек: беренсенән, ул, яҙа-йоҙа булһа ла, таныш кеше, икенсенән, төп эш ваҡытынан тыш, әллә ни тир түкмәй генә башҡарҙы.
— Күпме йәл түгел — шунса, — тине ул, йылмайып.
— О-о-о, — тинем белгескә, — бик хәйләкәр кеше икәнһең.
— Юҡ та, — белгес раҫлау менән ризалашманы.
— Һинең өсөн күпме йәл түгел дә ул, тик, әҙ биреп, үпкәләтеп ҡуймайым үҙеңде. — Мин дә әҙ генә хәйләкәрлек ҡылдым. — Сама менән үҙең әйт инде.
Әйтте:
— Шунда берәй өс йөҙ, биш йөҙ.
Биш йөҙҙө сығарып бирҙем:
— Әҙ түгелме?
— Юҡ-юҡ, — белгес ҡабаланып башын сайҡаны, — күп булды әле ул.
Үҙе шулай тине, әммә “артыҡ” тип һанаған өлөшөн кире һонманы:
— Ярай, икенсе бер эшеңде эшләгәндә әҙерәк алырмын.
Шулай тип хушлаштыҡ. Бынан әҙәм балаһының ҡулына бер килеп ингән малды барыбер ҙә ысҡындырғыһы килмәүе тураһында һығымта яһаным. Ҙур эш хаҡына, затлы автомобилдәргә, ҡупшы ярҙамсы ҡыҙҙарға күнеккән кешеләргә лә тәбиғи хәлдер инде ул.

Сәнғәт көсө

Санкт-Петербургтың шәхси йорттарҙан торған районы. Шуға күрә әллә ни ҙур сауҙаханалар юҡ. Ҙур ғына түгел, уртасалары ла. Булған бәләкәстәрендә, тәбиғи, кешегә тәү сираттағы кәрәкле нәмәләр генә һатыла. Ана, тегендә, тимер юл буйында ултырғанында ла аҙыҡ-түлек менән генә һатыу итәләр. Күберәк эсемлек тәҡдим ителә. Ҡабырғаһына эре хәрефтәр менән “Хватит бухать!” тип яҙылған. Уны күргәс, ғәжәп, был ике һүҙҙең тап ошонда бик урынлы, иң мөһиме — файҙалы, хатта һөҙөмтәле булыу мөмкинлеге тураһында һығымта яһаным.
Ҡайһы саҡ оҙон-оҙаҡ нәсихәткә ҡарағанда, бер тапҡыр сыбыртҡы шартлатыу дөрөҫөрәк була бит. Бында хатта һүҙбәйләнештең икенсеһенең жаргон һүҙе булыуы ла әллә ни ҡаты яңғырамай, сөнки урыны шул.
Һатыусының, тулы кәүҙәле ҡатындың, кеше булмау сәбәпле, тышҡа сығып, асыҡ күк төҫтәге униформаһы кеҫәһенән симешкә сығарып сирыуы, үтеп-һүтеп торған электричкаларға моңһоу бағыуы әлеге яҙыуҙан булһа ла бит...
Шуны уйланым, яҙыу-һыҙыуҙың, сәнғәттең көсөн ошо йәһәттән дә күргем килде.
Рәсүл СӘҒИТОВ


Вернуться назад