Таш баҡса07.12.2011
Гонаһһыҙҙар булһа әгәр
Һәм саф икән
Берегеҙ,
Ғәйепләмәм, ул саҡта таш
Башлап миңә
Бәрегеҙ.

Таш бәғерҙәр таш бәрҙеләр
Баҡсаһына
Күңелдең.
Бер гонаһтар ҡәбереләй,
Баштан ташҡа
Күмелдем.

Күңелемдә сәскәләр юҡ,
Абынаһың
Гел ташҡа.
Йәнем, ошо таш баҡсаға
Кереп, зинһар,
Гөл ташла.

Шул ташлаған гөлдәр бер саҡ
Орлоҡтарын
Сәсһәләр,
Ташты тишеп, шытып сығыр
Һин яратҡан
Сәскәләр.
Салауат Әбүзәров


Вернуться назад