Юл йөрөүселәрҙең юл аҙабын изге күңелле, алсаҡ кешеләр еңеләйтә. Күгәрсен районының Йомағужа ауылына килеп төшкәс, ҡайһы яҡҡа барырға, кемгә мөрәжәғәт итергә белмәй торғанда, олпат ҡына йәштәге ағайҙың беҙҙе үҙенең иғтибарынан да, ярҙамынан да ситтә ҡалдырмауына күңел һөйөндө. Әйтерһең дә, туғандарын осраттымы ни, диҡҡәт менән тыңлап, йылмайып кәңәштәрен биреп, кәрәк урынға оҙатып ҡуйҙы. Урындағы етәкселектең дә ағайҙы ихтирам итеүенә төшөндөк. Һәр мәсьәлә, һорау буйынса уның менән кәңәшләшеп, уртаҡ тел табыуҙары һуҡыр күҙгә лә салыныр ине.
Йомошобоҙҙо йомошлағас, ярҙамсыл ир-уҙаман менән яҡынданыраҡ танышыу форсаты тейҙе. Ауыл мәҙәниәт йортоноң тамашасылар залында “Подписка көнө” үткәндән һуң, һәүәҫкәрҙәрҙең филармония артистарының сығышына тиң концертында ағайыбыҙ, сәхнәгә баянын күтәреп сығып, әллә нисә йырсы менән тамашасыларҙың күңелен әсир итте. Ә-ә-ә, бына кем икән ул серле ағай! Музыкант булғанға күрә күңеле матур икән уның! Ана бит, сәхнәлә лә ул бик мөләйем, һөйкөмлөлөгө тағы ла артып киткән.
Кем әйтмешләй, аяҡтан баҫҡаны, арттан шыуғанына тиклем йырсы һәм бейеүсе икән йомағужалар. Һигеҙ-ун йәшлек бейеүсе ҡыҙҙарының оҫталығы һушты алды. Гармунсылар һәм “Гәрәбә” башҡорт фольклор ансамблдәре, “Илһам” йәштәр бейеү һәм “Русские песни” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамблдәре, “Йәнгүзәл” башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар һәм “Ләйсән” балалар, “Росток” үҫмерҙәр бейеү ансамблдәре... Бәй-бәй, ҡайһы бер район, ҡала мәҙәниәт һарайҙарында ла шул тиклем ижади коллективты тапмаҫһың. Кемдең тырышлығы менән булдырылған һәм оҙаҡ ҡына эшләп килә был ансамблдәр, тип һорау артыҡ булыр. Әлбиттә, урындағы мәҙәниәт йортоноң оҫта, тәжрибәле етәксеһе, ойоштороусыһы булып тап баяғы баянсы ағай – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны Рафиҡ Талип улы Ҡотлоғужиндың!
Уның мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итеүенә — 45 йыл. 41 йыл мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын башҡарған. Ауыл мәҙәниәт усағының ялтлап тороуының сере шунда: ул, күптәнге хужа булараҡ, байрам, йәмәғәт һәм рәсми саралар уҙғарылған учреждениеның һәр ағас-ташын яттан белә. Ағайҙың үҙен дә Йомағужаның кескәйҙәренән алып аҡ һаҡаллы ҡарттарына тиклем хөрмәт итә.
— Ғәҙәттә, район, республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре семинарҙарына йыйылһаҡ, тәҙрә ваталар, ишек емерәләр, тип һөйләгәндәренә ғәжәпләнәм. Беҙгә был ят күренеш: йәштәр менән хеҙмәткәрҙәребеҙ араһында үҙ-ара ихтирам бар, — тип һөйләне ветеран. — Беҙ ҙә, башҡалар кеүек үк, автономияға күстек. Концерттарға билетты 10 һум менән һатабыҙ – бер кем дә ҡаршы төшмәй, сөнки эшләгән аҡсабыҙҙың мәҙәниәт усағының матди-техник базаһын нығытыуға киткәне һәр кемгә мәғлүм. Бәлки, шуғалыр ҙа учреждениебыҙ мөлкәтенә ауыл халҡы, йәштәр менән балалар ҙа һаҡсыл ҡарайҙыр.
Һәр ерҙә таҙалыҡ, бөхтәлек. Ихатаһында ла бер бөртөк сүп күрмәҫһең. Үҙенә күрә аллеяһы бар, унда ағастар, сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыра. Ял итеүселәргә зауыҡлы эскәмйәләр ҡуйылған.
— Ҡатын-ҡыҙҙар советы, китапхана, физкультура-сәләмәтләндереү үҙәге, ике мәктәп, үҫмерҙәр клубы – һәммәһе лә йәш быуынға лайыҡлы тәрбиә биреү, уларҙы һәр яҡлап үҫтереү, ауыл халҡы араһында мәҙәни-ағартыу йүнәлешендә бер һүҙле булып эшләйбеҙ. Шунлыҡтан беҙҙә кире күренештәр юҡ тиерлек. Ауылы, ауылдаштары хаҡындағы матур, йылы ҡарашы Рафиҡ ағайҙың үҙенә лә шул рәүешле ҡайта: шәхси тормошо, эше һәм һүҙе, ҡылыҡ-холоғо менән һәр яҡлап үрнәк булған аҡһаҡалды барыһы ла хөрмәт итә.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Күгәрсен районы.