Тост07.12.2011
Күңелемдә
Шатлыҡ табын ҡора,
Күңелемдә бөгөн
Туй мәле.
Был мәжлестең
Мин кейәүе булып,
Бер тост әйткем килә,
Ҡой әле!

Саҡырылмаған
Ҡунаҡтар ҙа бында,
(Улар үҙҙәре лә
Беләләр).
Мин яратмай,
Мине яратыусы
Һеҙҙең һөйөү өсөн,
Бәләләр!..

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад