Шиғыр яңғырамай06.09.2012
Шиғриәт яратыусылар баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәрҙе уҡый, үҙҙәренсә уйлана, хисләнә һәм шунан һуң китаптарҙы, журналдарҙы ябып һалып ҡуя. Шиғриәткә мөхәббәт — бик һәйбәт күренеш, әлбиттә. Әммә был ғына етмәй. Шиғри әҫәр үҙенең фәһемле йөкмәткеһе, матурлығы, тулҡынландырғыс көсө менән көн һайын яңғыраһын ул, хатта шиғыр уҡымаған битараф кешеләрҙе лә үҙенә тартырға, уйландырырға, ҡанатландырырға бурыслы.
Бына ошо әйтелгәндәр бөгөн бармы һуң? Беҙҙең телевидение, радио кешеләргә шиғри телдә өндәшәме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта бер кем дә быға иғтибар итмәй башланы. Был беҙҙе, шағирҙарҙы ғына түгел, шиғыр һөйөүсе меңәрләгән кешене борсойҙор. Һәммәгеҙгә мәғлүм, хәҙер телевизор экрандарында кешеләрҙе яман ғәҙәттәргә өйрәткән тапшырыуҙар өҫтөнлөк итә.
Бөгөнгөләй хәтерҙә: беҙ йәшерәк саҡта радио һәм телевидение журналистары яңы шиғырҙы уҡытыр өсөн авторҙарҙы йәки артистарҙы саҡырып ала торғайны. Шиғырҙарымды үҙем дә, Олег Ханов, Әхтәм Абушахманов кеүек мәшһүр артистар ҙа уҡып ишеттерҙе. Ә Ғабдулла Ғиләжев ҙур поэмамды уҡып, фондҡа яҙҙырып ҡалдырғайны. Һуңынан уны бер нисә тапҡыр ҡабатлап бирҙеләр. Автор өсөн ошо ваҡиға оло ҡыуаныс түгелме ни?!
Дөрөҫ, бөгөн дә шиғриәтте пропагандалау күренештәре булғылап ала. Айырыуса юбилей ваҡытында шағирҙар әҫәрҙәрен уҡыштыра. Әммә был бик аҙ. “Ашҡаҙар” радиоһы шиғриәтте популярлаштырыу буйынса башҡаларға өлгө күрһәтә. Бынан 20 — 30 йыл элек яҙылған һәм бөгөнгө көн өсөн дә кәрәкле әҫәрҙәрҙе тапшыра. Күптән түгел 30 йыл элек яҙылған “Ҡайын һыуы” тигән поэмамды талантлы артист Марат Рафиҡов уҡыуында тапшырҙылар. Патриотик рухта ижад ителгән әҫәрҙе тыңлаған таныштар ҙа, таныш булмаған кешеләр ҙә шылтыратып, рәхмәт әйтте. Ә мин “Ашҡаҙар” редакцияһына рәхмәтлемен. Башҡа күп авторҙарҙың да шиғырҙарын ишеттереп торалар.
Телевидение һәм радио йырҙар бирә бит, уларҙы кешеләр көйләп йөрөй. Ә шиғыр йыр кеүек түгелме ни? Ниңә уны ҡабатламаҫҡа, кешеләргә ишеттереп, күңелдәрен ҡанатландырып тормаҫҡа? Татарстан телевидениеһын йыш ҡына ҡарайым. Улар шиғриәт минуттары ойоштора, шағирҙар үҙҙәре лә, артистар ҙа яңынан-яңы әҫәрҙәрҙе ишеттерә. Шул уҡ ваҡытта, үткән заманда яҙылһа ла, хәҙерге көн өсөн көнүҙәк булған шиғри әҫәрҙәрҙе уҡыйҙар. Күптән түгел 1885 — 1925 йылдар арауығында йәшәгән шағирә Вәлидиәнең (Мәфтуха Вәлидова) шиғырҙарын яңғыраттылар. Яңы заман кешеләренә лә шаҡтай фәһемле, аҡыл бирерлек әҫәрҙәр улар. Шағирәнең “Ҡайғылы ваҡытта ла, шатлыҡлы ваҡытта ла кешеләргә шиғыр кәрәк” тигән бик фәһемле һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп үттеләр.
Халыҡ әйткәнсә, яҡшынан үрнәк күсермәк насармы ни? Беҙҙең журналистар күршеләрҙән кәмме әллә? Беҙҙә һәйбәт шағирҙар, шиғри әҫәрҙәр юҡмы? Әҫәрҙәре менән күп хазина ҡалдырған, инде вафат булған шағирҙарыбыҙ ниңә онотола? Баязит Бикбай, Назар Нәжми, Хәким Ғиләжев, Яҡуп Ҡолмой, Ғәйнан Әмири, Тимер Арслан, Мәҡсүд Сөндөклө, Ғилемдар Рамазановтарҙың, тағы бик күптәрҙең бөгөнгө көн өсөн дә бик кәрәкле шиғырҙары ниңә яңғырамай? Шағирҙар үлмәй, улар әҫәрҙәрендә йәшәй, тибеҙ. Улар ҡалдырған хазиналар тереләргә хеҙмәт итә. Ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, аҡса, матди байлыҡ ҡына хазина түгел. Донъянан киткән шағирҙар ҡалдырған хазина мәңгелек. Уларҙың ҡәҙерен беҙ, тере яҙыусылар, ғалимдар, журналистар, әҙәбиәт һөйөүселәр белмәһәк, кем белергә тейеш?
Рауил ШАММАС,
шағир.


Вернуться назад