Китап07.12.2011
Китап сығарам, тип мыжып,
Йөрөмәм мин,
Йөрөмәм:
Минең күңелем май түгел,
Томдар күреп,
Иремәм.

Томдар менән түгел, мине
Моңдар менән
Арбағыҙ.
Менгән атығыҙ — эйәрһеҙ,
Йөк атығыҙ —
Арбаһыҙ.

Ни мәғәнә ул томдарҙан,
Моң булмағас
Бер йотом.
Китап икән, һәр битенә
Һығылһын
Йөрәк һутың.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад