Күркәм тамашалар көтә05.09.2012
6–13 сентябрҙә Өфөлә “Туғанлыҡ” V Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале үтәсәк. Уникаль ижади проект 1991 йылдан башлап республикабыҙҙа ойошторола. Ошо ваҡыт арауығында төрки телле илдәрҙең мәҙәни бәйләнештәре нығытылды, бер-береһен рухи яҡтан байытыуҙа мөһим аҙым яһалды.
Ойоштороусылар белдереүенсә, быйыл фестивалдә Алтай, Ҡырғыҙстан, Татарстан, Ҡаҙағстан, Дағстан, Саха (Яҡут), Башҡортостан, Төркиә, Азербайжан, Ҡабарҙа-Балҡар, Сыуашстан республикаларынан, Ҡырым һәм Хакасиянан, Ғағауз автономиялы округынан театр коллективтары ҡатнашасаҡ. Беҙҙән М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” әҫәре менән сығыш яһаясаҡ.
Фестиваль сиктәрендә 7 сентябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында билдәле ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан хәтер кисәһе үтәсәк.
Республикабыҙ театрҙары өсөн “Туғанлыҡ”тың Башҡортостанда үтеүе икеләтә шатлыҡлы, сөнки быға тиклем һәр илдән иң күбе ике театр ҡатнаша алһа (берәүһе конкурстан тыш), быйыл республикабыҙҙың бөтөн театрҙары ла үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ.
— Өфө — төрки театрҙарҙың үҙәге, тип шикләнмәй әйтеп була, — тине матбуғат конференцияһында танылған режиссер, Рәсәйҙең халыҡ артисы Рифҡәт Исрафилов. — Был фестиваль ҙур әһәмиәткә эйә: ижади коллективтарға тәжрибә уртаҡлашырға, уларҙың артабанғы үҫешенә мөмкинлек бирә.
“Туғанлыҡ” V Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале — сәхнә оҫталары һәм театр һөйөүселәр өсөн онотолмаҫ байрам. Күркәм тамашаларҙан ситтә ҡалмағыҙ!
А. БАЙМӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад