Ерем матур!24.01.2012
* * *
Ерем матур!
Хатта йондоҙҙар ҙа
Күген ташлап,
Уға тартыла.
(Сибәр ҡыҙҙы
Тик бер ҡосор өсөн
Таяҡ ташлар ине
Ҡарты ла...)

Мин бәхетле!
Ерем мине ҡосҡан —
Һөйгәне мин
Ошо матурҙың!
Хатта үлгәндә лә
Уның ҡайнар
Ҡосағында ғына
Ятырмын.
Салауат Әбүзәров


Вернуться назад