Ошо көндәрҙә Венгрияла бөйөк композитор Ференц Листтың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған Халыҡ-ара конкурс-фестиваль булғайны. Башҡортостан вәкилдәре конкурста еңеү яулап ҡайтты.
Өлкән йәштәгеләр араһында конкурстың гран-прийын пианист Руслан Воротников яуланы, “Уҡытыусылар” номинацияһында икенсе премия Тимур Миңлебаевҡа тапшырылды. Быйыл республиканың Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булған Искәндәр Ғафаров музыкаль юғары уҡыу йорттары студенттары араһында еңеүсе булды. Кескәй башҡарыусылар араһында Кира Баратынская беренселекте алды. Жюри ағзалары ҡарары менән Равель һәм Метнер әҫәрҙәрен юғары кимәлдә башҡарғандары өсөн Искәндәр Ғафаров менән Руслан Воротниковҡа махсус дипломдар тапшырылды.
Конкурс юғары кимәлдә үткән. Бәйгеселәр Будапешт ҡалаһындағы Урыҫ мәҙәниәте үҙәгендә сығыш яһаған, гала-концерт Ференц Лист ижад иткән Дьере ҡалаһында ойошторолған. Конкурсанттарҙы билдәле пианистар тыңлаған. Башҡортостан вәкилдәренән тыш, Рәсәйҙән Мәскәү дәүләт консерваторияһы, Шнитке исемендәге Мәскәү дәүләт музыкаль-педагогия институты студенттары, Гнесиндар исемендәге урта музыкаль дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары ҡатнашҡан.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.