Иман булды миңә туған моңдар05.09.2012
Иман булды миңә туған моңдарБашҡортостанға өндәшеү

Ғүмерҙәрем буйы ҡәләм эше
Ил юлында мине йөрөттө.
Башҡортостан! Әҫәрләнеп һәр саҡ,
Йөрәк һиндә аҙмы ер үтте.

Шул уҡ фиҙалыҡта — минән ҡала
Шиғырҙарым гиҙер юлдарҙы.
Ил хәстәре, тел хәстәре менән
Рухланып мин яҙҙым уларҙы.

Кәрәк түгел ярап ҡына һайрап
Көнлөксөләр алған мәртәбә;
Ни мәғәнә — әгәр бөгөнгө һүҙ
Ҡеүәтенән ҡайтһа иртәгә?!

Иман булды миңә туған моңдар,
Рух — Бабич һәм Рәми янында.
Сәм уятты улар ҡаныбыҙҙа,
Ғәм уятты илдең аңында.

Меңәр йыллыҡ ғазап һәм өмөттө
Бер ғүмерҙә үттем төҫлө мин.
Тап шуға ла, ғәзиз
Башҡортостан,
Бер уланың булып көслө мин.

Өс һүҙ

Өс нәмә тоталыр беҙҙе:
Ер, тел, иман.
Ерең барҙа — дәүләтең бар,
Шуға инан.
Телең барҙа — милләтең бар,
Мәртәбә ул;
Телен һатҡан — илен һатыр
Иртәгә ул.

Иман барҙа, ҡояш — ҡояш,
Әҙәм — әҙәм.
Иман — рух ул, ә түгелдер
Бары әҙәп.

Өс кенә һүҙ. Ҡанға һеңгән.
Гүйә — бетеү.
Күҙ ҡараңдай һаҡла уны,
Юҡһа — бөтөү.

Иҫән булһа

Иҫән булһа әгәр, Рәми ағай
Йән тынлығы табыр инеме?
Үрҙән үргә, түрҙән түргә йөрөр
Ҡартлас булып ҡалыр инеме?

Юҡ, яңырып тыуа алмай шағир,
Быуа алмай йәшен ямғырҙы.
Килдеме һуң хәҙер ил көткәндәр?
Тик битлектәр генә яңырҙы.

Ә шиғриәт? Әрһеҙ һәммә һәптән
Аҙарына хәҙер бер төптән —
Сәпсектәрҙе тиңләп һандуғасҡа,
Сәүкәләрҙе тиңләп бөркөткә.

Иҫән булһа әгәр Рәми ағай...
Һағыш йәнде айҡай-сайҡай ҙа.
Ҡеүәтенән диңгеҙ ҡайтыш һымаҡ,
Айбарлы ла тулҡын, һин ҡайҙа?

Үтелгән дәрестәр

Үтелгән дәрестәр кеүек
Хәҙер миңә күп нәмә.
Йыйылғандай барса башаҡ
Күңелдәге көлтәмә.

Ул көлтә лә шиғыр итеп
Һуғылып бөттө һымаҡ.
Шулай уҡмы хәҙер бары
Ҡойорға ҡалды һамаҡ?

Хәтергә килә Блоктың
Болоҡһоулы юлдары:
“Өр-яңынан башлаһаң да,
Шул уҡ донъя ни бары”.

Бер йыуаныс: яҡты көйө
Ҡалыр ғүмер аҡланы.
Булды дуҫтарым! — Һатманы,
Ышанысты һаҡланы.

Үтелгән дәрестәр кеүек
Булғанда ла күп нәмә,
Шул йыуаныс — ҙур ҡыуаныс,
Өмөт — яңы көлтәмә.
Хәсән НАЗАР


Вернуться назад