Моңдан бөгөн иҫерҙем мин07.12.2011
* * *
Моңдан бөгөн иҫерҙем мин,
Моңдарҙан бөгөн —
Тиле.
Оҙон ҡыш үтеп, яҙ еткәс
Күргәндәй ҡыҙҙар
Биле.
И, моңом һеҙ! Моңҡайҙарым!
Һеҙ бөгөн ҡалай
Күмәк.
Толом һүтек, өҫтөгөҙҙә
Үтә күренгән
Күлдәк...
Салауат Әбүзәров