Миҙгелдәр07.12.2011
Әллә ниңә
Күңел һикерәнләй,
Онотолоп китеп
Арыуҙарын.
Ҡар һыуҙарын
Билдән кисә-кисә,
Тыуған яҡҡа ҡайтып
Барыуҙарым.
Йөрәк ярһыуҙарын
Баҫа алмаҫ
Һалҡынлығы хатта
Ҡар һыуының.
Эҙләп ҡайттым бына,
Йөрәгемде
Ялҡын булып өткән
Ҡарһылыуын.
Ҡышҡы селләләрҙә
Таптым уны,
Сикәләре янды
Ялҡынланып.
Күкрәгемә ҡыҫып
Йылыттым мин,
Бер үк ҡуймаһын, тип,
Һалҡын алып.
...Тәгәрәп ятып күктә
Ҡояш көлә,
Яҙ һулышы килә
Тыуған яҡтан.
Йөрәгемде
Һалҡын солғап алды, —
Ҡарһылыуым, ахыры,
Иреп аҡҡан...
Салауат Әбүзәров


Вернуться назад