Хәйерленән булһын уй-хыялдар,
Хәйерленән булһын бөтәһе.
Белеп булмай, әйтеп кенә булмай,
Кемде, ҡайҙа, нимә көткәнен.
Өмөт гел үҙенсә, өлтөрәй ҙә,
Алдан рәсем яһай, шәпләнеп.
Юрауҙары шунан юш килмәһә,
Шымтояҡҡай ҡала, ғәжәпләнеп.
Хәйерленән булһын, өмөт ҡылы
Өтөлмәһен, күҙҙе йәшләтеп.
Яҙмыш һынай беҙҙе,
яҙмыш һынай,
Төрлө сүрәттәрҙә йәшәтеп.
Сират тора йондоҙло һәр сәғәт,
Сәғәҙәткә сәбәп булырға.
Ай ҙа үҙен үҙе сайпылта бит,
Түңәрәк булып ҡабат тулырға.
Хәйерлегә булһын ҡыуаныстар,
Хәйерлегә булһын шәмереү.
Бер күл һыуы күтәрелһен өсөн,
Икенсеһен кәрәк һемереү.
Бәхет ҡошо ҡулға эләккәндә,
Онотолоп тора иртәгә.
Күпме кеше ошо минуттарын
Кисерергә әле тир түгә.
Хәйерленән булһын булғандары,
Хәйерленән булһын килере.
Бәрәкәттәр йоҡһон,
ҡырау һуҡһын,
Тик булмаһын хисһеҙ тилмереү.
Барыбер тип ҡаңғырмаһын күңел,
Тойғоларын баҫып тотмаһын.
Сағыштырмаса бит бөтәһе лә,
Ишектең бит икәү тотҡаһы.
“Пауска”
(Ҡурайҙа “Пауысҡа” (“Повозка”) халыҡ көйөн тыңлағас)
Ыңғырсағын зыңғырлатып,
Кешнәйме сыбай ҡашҡа?
Йүгән һала алмағанда
Йөрәктәге һағышҡа.
Сәләмдәрҙе тоҡҡа тейәп,
Йөкмәгәс тә күстәнәс.
Пауысҡаға көндәр ҡала,
Яҡынғараҡ күсмәгәс.
Бер ояла буй еткерҙек,
Яҙмыш сәсте ян-яҡҡа.
Туғандарҙы күрәм, тиеп,
Ашҡынам тыуған яҡҡа.
Һағыныуҙы өйә тейәп,
Аттар тарта пауысҡа.
Етәһе бар алыҫтарҙан
Саҡырыусы тауышҡа.
Тыуған төйәктең ауазы
Йөрәк ҡылдарын сиртә.
Күңелдәрҙе тәгәрмәсләп,
Оло юлдан йүгертә.
Йөрәк тулай, йөрәк ярһый,
Пауысҡаһы һикертә.
Аралағы оҙон юлдар
Күрешеүгәме кәртә?
Ҡояш инде өҫтә түгел,
Арыу ғына ауышҡан.
Һағыш ебен юллап бара
Атҡа еккән пауысҡам.
Тыуған төбәк — ер кендеге,
Һиңә килеп ауабыҙ.
Тик ошонда, ошо ерҙә,
Беҙҙең йөрәк дауабыҙ.
Һиндә яңынан тыуырға,
Алырға йәшәү көсөн,
Өс көн килергә ризабыҙ,
Берҙе тын алыр өсөн.
Хәл
Тормош юлдарына түшәлмәгән
Өлпөй битле матур ҡорама.
Ҡайҙа баҫырыңды белмәгәндә,
Иртәгәһе көндө юрама.
Әйтә алмағанда әйтереңде,
Бүтәндәрҙең хәлен һорама.
Ярай белеү — хаҡҡа ярай бөгөн,
Уратып алған донъя — юрамал.
Йөрәге хәҙер йөрәкһеҙерәк,
Заманаһы әллә дыуамал.
Шыма холоҡ ҡулай был арауыҡ,
Иман ҡыумай кеше, ҡыуа мал.
Тиҫкәреһен кейеп асылының,
Ҡояштарын элеп туңҡанбаш,
Асыш яһай ғилем әһелдәре,
Аҡ һәм ҡара икән туғандаш.
Тормош юлдарына түшәлмәгән
Өлпөй битле матур ҡорама.
Донъя батҡағына батмай ғына
Нисек үтергә тип һорама.
Хыялдар һәм ғәмәл ике яҡлы
Миҙал булып ҡалһа мәңгегә,
Йәшәлмәгәндән бигерәк йәшәлгәне
Ҡала бит әй, ҡай саҡ йәлкегә.
Күңел аптырай
Буш тор(а) алмай күңел,
йә шатлыҡты,
Йә һағышты өйҙәш итә һала.
Уйынсыҡтай күреп ул шуларға
Әүрәй һала, хас та сабый бала.
Берен ала ла ул, берен һала,
Өмөт кенә өҫтә, гел уртала.
Шатлыҡ менән һағыш араһында,
Күренмәйсә генә гел бутала.
Тик тор(а) алмай күңел
йә талпына,
Үҙен үҙе этә упҡындарға.
Һәм көнләшеп ҡарай тәбиғәттә
Тыныслыҡтың йәмен
тапҡандарға.
Күңел күҙе — ике яҡлы миҙал,
Тәгәрәй ҙә ҡолай ул, туҡтаһа.
Шул миҙалды устарына йомоп,
Йылытыусы ғынаһы юҡ таһа.
Йә шатлығын, йә һағышын асып,
Ҡояш аҫтарында йән ялтырай.
Күләгәһе уның ҡояш түгел,
Күләгәһе уның яп-ялтыр ай.
Ниңә икән? Күңел аптырай...
Туғанлыҡ
Йыраҡ-йыраҡтарҙа йөрөһәк тә,
Тәмләһәк тә сит-ят инештән.
Яҡташ икәнлекте белмәйенсә,
Үтеп йөрөһәк тә йәнәштән.
Барыбыҙҙа уртаҡ тойғо йәшәй,
Уртаҡ хистәр теҙә бер епкә.
Йөрәктәрҙе бер һүҙ йылыта бит,
Дәлил булып беҙҙең берлеккә.
Әбйәлилдән тигән һүҙ етә,
Таныш булмаһаҡ та бығаса.
Урындыҡҡа ашъяулыҡтар йәйеп,
Ултыртырҙай булаһың йыуаса.
Донъя буйлап ризыҡ йөрөтһә лә,
Күңел тарта Әбйәлилдәргә.
Ҡулъяулыҡтар бәйләп ебәрегеҙ,
Урал ҡырлап иҫкән елдәргә.
Йыраҡ-йыраҡтарҙа
йырлашһаҡ та,
Һыулаһаҡ та татлы ҡыр һыуҙан.
Азат түгел күңел һағыныуҙан,
Азат түгел йөрәк ярһыуҙан.
Ай(ы)рылһаҡ та
тыуған еребеҙҙән,
Әбйәлиллек беҙҙең йөҙҙәрҙә.
Туғанлыҡты, туған
булғанлыҡты
Үҙебеҙсә әйткән һүҙҙәрҙә.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.