Серле әҙәбиәт донъяһы менән күптән ҡыҙыҡһынам. Әҙәби кисәләр, әҙиптәрҙең юбилей тантанаһы булһынмы — бар эшемде онотоп барам. Ҡасандыр Зәйнәб Биишева, Яныбай Хамматов, Әнғәм Атнабаев, Кәтибә Кинйәбулатова кеүек күренекле ҡәләм оҫталарының автографлы китаптарын үҙем өсөн иң ҡиммәтле хазинаға тиңләйем. Әҙәбиәт менән дуҫлығымды әле лә өҙмәйем.
Яңыраҡ сатирик Венер Исхаҡовтың “Таяҡ” исемле китабын ҡулыма алғайным. Китаптың тәүге битенән үк шарҡылдап көлә башлайһың. Көн дә осрай торған ваҡиғаларҙы, арабыҙҙа йәшәгән кешеләрҙе шул тиклем асып бирә. Уның геройҙары әллә ҡайҙан алынмаған, ябай ауыл кешеләре, түрәләр, интеллигенция вәкилдәре. Әҫәрҙәрендә ҡайһы саҡ үҙеңдең дуҫ-иштәреңде, яҡындарыңды, таныштарыңды табаһың.
Венер Исхаҡовтың тел байлығы мине хайран ҡалдыра. Ул ябай ауыл кешеһенең телмәрен шул тиклем оҫта ҡуллана. Шуға ла ниндәй генә әҫәрен уҡый башлаһаң да, көлкө килеп тик тора.
Авторҙың тағы шундай ижади сифатын билдәләр инем: әҫәрҙәре ҡыҫҡа, әммә тәрән йөкмәткеле. Иң көслө, фәһемле һүҙе һуңғы һөйләмдә урын ала. Юмористик хикәйәләренә көтөлмәгәнлек хас.
Заман проблемаларын автор ябай хәл-ваҡиға аша асып бирә. Бына шуныһы инде айырыуса ҡиммәтле. Мәҫәлән, “Быҙау” исемле юморескаһын алайыҡ. Әсәһе ҡыҙына Илдар исемле егеткә иғтибар итеүен белдерә. Тырыш, уңған егеткө оҡшаған, ти әсәһе. Ә ҡыҙы Илдарға ҡарарға ла уйламай, киреһенсә, унан көлә:
“ — Ҡыҙыҡ ҡынаһың, әсәй. Ҡыҙыңды күрәләтә бәхетһеҙ итергә теләүеңдер инде. Килһә, эт кеүек шапылдап, тығыныуҙан башҡаны белмәй. Аскернә. Шундай оңҡоттан бала табып ултырсы әле.
Бына, мирҙа һиңә тигән генә иң һуңғы ир ҡалды тиһәләр ҙә, ундай бәндәгә мәңге барасағым юҡ. Һин мине кем тип уйлайһың? — тине Сания, ауыҙын бәлеш кеүек турһайтып. — Сулаҡмынмы, ғәрипменме? Медицина һынлы медицина университетында алты йыл буйы шул чурнарабучыйға сығыр өсөн уҡығанмынмы? Үҙе кеүек берәй томананы ҡараштырһын”.
Шулай итеп, Сания исемле һылыу Илдар атлы егетте “быҙау” тип кире ҡаға. Әҫәрҙең һуңғы юлдары көтөлмәгәнсә тамамлана:
“...Шифаханала ғәҙәти эш көнө.
— Һаумыһығыҙ!
Сания бүлмәгә ингән иргә күтәрелеп ҡарағайны, телһеҙ ҡалды.
Бәй, бәй, таныш кешегә оҡшаған һымаҡ, ҡайҙалыр күргән кеүек тә. Табип ял итергә килеүсенең карточкаһында “Илдар Сәлмән улы Ғафаров, завод директоры”, тигән яҙыуҙы уҡығас, шаҡ ҡатты. Бына һиңә быҙау!..
Сания ҡабаланып ҡайтыр юлға сыҡты. Дөйөм ятаҡтағы бәләкәй генә бүлмәһендә уны бесәйе асығып көтә ине...”
Бына бит авторҙың оҫталығы!
Һайланып һаҙға батҡан ҡыҙҙар беҙҙең арала аҙ тиһегеҙме?! Профессорҙың хәләл ефете булыр өсөн тәүҙә аспирантҡа тормошҡа сығырға кәрәк бит. Ә беҙҙә ҡыҙҙар байлығы, фатиры, машинаһы, мул аҡсаһы булһын тип хыяллана.
“Диплом мәнфәғәте”, “Белгес”, “Изгелек”, “Оҫта” һәм, ғөмүмән, бөтә әҫәрҙәре лә тос йөкмәткеле, тәбиғи һәм ҡыя бәреп сәпкә тейә.
Венер Исхаҡовты башҡорт сатираһында ныҡлы урын алған көлкө оҫталары менән бер рәткә ҡуйыр инем, сөнки “Таяҡ” кеүек китаптар йыл да сығып тормай.
Кәйефте күтәреүсе “Таяҡ” китабынан һис тә айырылмайым. Эшкә барғанда ла, уны автобуста уҡып, туйғансы көлөп барам. Күңел бойоҡһоғанда ла, уның йылы әҫәрҙәре йөрәккә дауа биргәндәй.
Венер Исхаҡовтың матбуғатта баҫылған яңы юморескаларын көтөп алам. Тик һуңғы арала улар кәмей төштө. Әллә көлкө оҫтаһы яҙыуҙан туҡтаны инде?! Беҙ бит һеҙҙән яңы китап көтәбеҙ. Әҙәм көлдөрөүҙән туҡтамағыҙ, тип шаяртып тамамлап ҡуймаҡсымын йөрәк түремдән сыҡҡан ихлас фекеремде.
Нурия ИБРАҺИМОВА.
Дәүләкән районы,
Иҫке Шәрип ауылы.