Туғыҙынсы вал07.12.2011
Һөйөү диңгеҙендә
Туғыҙынсы вал,
Һин — капитан,
Йөрәк — карабың.
Аҙашҡанда,
Йондоҙҙарға ҡарап,
Үҙ ярыңды эҙләп
Бараһың.

Үҙ ярыңды —
Үҙ йәреңде эҙләп,
(Төрлө була яры-
Йәре лә...)
Ә карабың
Һиңә буйһонмайса,
Ҡаяларға килеп
Бәрелә.

Емерелә,
Харап була карап —
Күҙ йәшенән
Диңгеҙ тоҙлана.
Үҙ карабын
Ҡаяларға бәргән
Капитанды
Кем һуң ҡыҙғана?!

Диңгеҙ өсөн
Барыһы ла тигеҙ,
Мөмкин түгел уны
Отоуы.
Йә ул һине
Ярға алып бара,
Йә мәңгегә мөмкин
Йотоуы.
Салауат Әбүзәров


Вернуться назад