Ҡарт
07.12.2011
Уйҙарымды ымһындырып,
Аҡ йондоҙҙар
Балҡыны.
Уй менгән һайын бейеккә
Ҡыҫыла
Аҡыл тыны.
Етә алмам йондоҙҙарға,
Улар — бейек,
Мин — түбән.
Шул да бәхет: уйым менән
Аҡ йөҙҙәренән
Үбәм.
Салауат Әбүзәров
Вернуться назад