Тамағы туҡ, өҫтө бөтөн — үҙ-үҙенән үтә ҡәнәғәт кеше йырламай ҙа, шиғыр ҙа яҙмай. Мин бында ҡорһағы туҡ әҙәмде түгел, рухи яҡтан ҡәнәғәт йәшәгән кешене күҙ уңымда тотам. Хис-тойғоһон башҡаларға һөйләп, яҙып йәки башҡа саралар менән еткерергә ынтылыу, ғәҙәттә, донъяның әсеһен-сөсөһөн татыған, кисергән рухи йәнле, рухи ихтыяжлы кешеләргә хас. Ундайҙарға мин яҙыусыларҙы, бигерәк тә шағирҙарҙы индерер инем. Шуға ла уларҙы халыҡ фекерен еткереүсе, кәүҙәләндереүсе шағир-трибун тип йөрөтәләр.
Минең дуҫым, яҡташым-ауылдашым — тыуған төйәге Башҡортостанды, Ер үҙәге Уралды данлаусы, яҡлаусы ана шундай шағир! Беҙ уның менән һуғыштан һуң ауыр йылдарҙа аяҡҡа баҫтыҡ. Ул осор бөгөнгөнән ныҡ айырыла, әлбиттә. Дошманды дөмөктөргән Ватаныбыҙ өсөн икһеҙ-сикһеҙ ғорурлыҡ кисерҙек. Шул ғорурлыҡ әле лә беҙҙең йөрәктә.
Мин донъя буйлап байтаҡ сәйәхәт иттем, планетаның төрлө урындарында булдым. Румындарға, венгрҙарға, чехтарға, поляктарға совет паспортын күрһәтһәм, улар уң ҡулдарын ҡолаҡ өҫтөнә ҡуйып сәләмләр ине. Быға беҙ лайыҡ булдыҡмы? Юҡ, улай тип уйламайым. Бының өсөн үҙеңдең, Ватаныңдың, гимныңа күтәрелгән Ҡыҙыл байрағыңдың һәм халҡыңдың, башҡа милләттәрҙең баһаһын белергә, ғорурланырға кәрәк.
Бына былар Риф Мифтахов ижадында бөтә йәһәттән сағылыш таба. Үҙенә булған мөхәббәте шағирҙың баҫалҡы холҡонда, ата-әсәһенә, туған-дуҫтарына яҡты-яҡшы ҡарашта булыуында сағыла.
Риф — матур, татыу ғаилә башлығы, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн барыһын да эшләргә әҙер булған атай-олатай. Мин профессор Әхмәт Сөләймәновтың Риф Мифтаховтың тормошо һәм ижады хаҡында яҙылған “Йондоҙҙарҙан шағир йылынған” монография-китабын ентекләп уҡып сыҡтым. Уларҙың әңгәмәһенән шуға төшөндөм: ысын ижадсы аҡса табыу, байыр өсөн ижадҡа тотонмай. Ижад — ҡатмарлы төшөнсә, арифметика йәки башҡа фән менән уны аңлатып та булмай. Күрәһең, ул кешенең төпкөл аңында-йәнендә-ҡанында була. Йөҙөп йөрөгән айсберг кеүек — өҫкө өлөшө — күҙгә күренгәне генә, аҫҡы өлөшө — уй-фекерләү ҡеүәһе. Фекерләү аша күреү, минеңсә, иң кәрәге, иң мөһиме. Бына шул күреү Риф Мифтахов ижадына хас. Шағирҙың “Аҡйылға” поэмаһында ул бигерәк тә ныҡ сағылыш таба. Ошо фекерҙе китаптағы башҡа күп шиғырҙарына, тағы өс поэмаһына ҡарата әйтергә булыр ине...
Башҡорт халҡы Волга йылғаһынан Иртыш йылғаһына тиклем таралған, тормош ҡорған, беҙ белергә тейешле ҙур тарих ҡалдырған. Бөгөн, бигерәк тә урта, йәш быуын, Ырғыҙ башҡорттары хаҡында һоҡланғыс китап-роман ҡалдырған Һәҙиә апай Дәүләтшинаны ла уҡымай-белмәй башланыҡ түгелме?
Ана шуға ла шағирҙың яңы китабында башҡорттарҙың ере, һыуы, халҡы өсөн ғорурланыуы менән бергә борсолоуы ла, әсенеп уйланыуҙары ла ваҡытлы, урынлы, киләсәккә төбәлгән. Үҙ илен, ерен, телен һаҡлап яу сапҡан атай-бабайҙарыбыҙҙы нисек оноторға мөмкин?! Бына ошо хаҡта яҙа дуҫ, яҡташ-ауылдаш, талантлы шағир!
Баязит ҒӘЛИМОВ,
философия фәндәре
докторы, профессор.