Мөғжизә01.09.2012
МөғжизәМөхәмәт! ...Исемеңде яҙҙым да, уйға ҡалдым. Үҙемдән өс-дүрт кенә йәшкә өлкәнерәктәргә лә ағай тип өндәшкән бар, рәсмилекте өнәп бөтмәһәм дә, атаһының исемен дә ҡушып әйткән бар. Һин минән ике тапҡырға тиерлек өлкән булып, ижадың менән күпкә юғарыраҡ торһаң да, һәр ваҡыт “Мөхәмәт” кенә булып ҡалдың. Әле лә һиңә ҡарата ғүмергә лә әйтмәгән “ағай” һүҙен өҫтәһәм, ҡыланыу булыр төҫлө. Әгәр оҡшамай икән, ғәфү ит, үҙең ғәйепле.
Китабыңда “Аҡ ҡағыҙға һорауҙар” тигән шиғыр бар:
Төрлө яҡтан төрлө
елдәр иҫте.
Намыҫ бар ул:
боғаҙымдан нисә алды.
Пушкин, Туҡай ҡулы
тейгән аҡ ҡағыҙ һин,
Ҡағылырға бөгөн һиңә
хаҡым бармы?
Әгәр һәр кеше үҙенә ошо һорауҙы бирһә, беҙҙә шиғыр яҙыусылар һаны шаҡтай әҙ, ә уҡыусылар һаны күберәк булыр ине.
Ошо һорауға эйәреп, тағы бер нәмә әйтке килә: ғәҙәттә, кеше тураһында яҙғанда үҙеңде, һис юғында, уның менән тиң итеп тояһың, ул һинең эҙләнеү объектыңа әйләнә. Һинең турала яҙырға хаҡым бармы?
Мәктәпте бөтөргәс, нисектер Пушкиндың китабы ҡулға килеп эләкте. Аңламаным — ташланым. Бары тик икенсе ҡабат уҡығанда ғына үҙем өсөн ҙур асыш яһаным: “Бәй, Пушкин да шағир икән бит!” Ә һуңынан инде... Уның урынына Есенинды шунда уҡ яраттым. Шиғыр китабын уҡып бөтөргәндә, күп кенә әҫәрен яттан белә инем инде. Шулай ҙа ниҙер тынғылыҡ бирмәне. Йырларға маташып ҡараным — ҡайҙа инде?! Әйтерһең, шағир йәненең күпмелер өлөшө миңә лә күсте — уныңса йәшәргә, ул һөйгән ҡыҙҙарҙы һөйөргә, ул яҙған йырҙарҙы яҙырға теләнем. Шағир үҙенә буйһондорҙо. Аптырағас, тәржемә итергә тотондом...
Һинең был китабыңды уҡығас та, шул мәлдәрҙе хәтерләнем, шул уҡ хистәрҙе кисерҙем. Алдағы ике йыйынтығыңа ингән шиғырҙарҙы ла ҡат-ҡат уҡыным. Ялҡытмай улар нисектер. Уҡыған һайын яңыра ғына барған һымаҡ. Аптырағас, ҡулға ҡәләм алдым...
Унан һуң әҫәрҙәрең менән беренсе танышҡан мәл иҫкә төштө. Рабфакка уҡырға кергән осор. Бер айға яҡын йәшәр урынһыҙ йөрөйөм. Шунда нисектер ҡулға “Кызыл таң”дың бер һаны килеп эләкте. Ә унда һинең шиғырҙар. Үҙемде донъяның иң бәхетһеҙ кешеһе һәм иң бәхетле шағиры итеп һиҙгән хәлдә уларға күҙ йөрөтөп сығырға теләнем. Быныһы тағы нимә яҙа икән, йәнәһе. Тик шунда уҡ улар үҙенә тартып алды. Һуңғы шиғырыңды уҡығанда ижадыңа ғашиҡ инем инде.
Шул саҡтарҙан бирле шиғриәт тураһында шаҡтай бәхәсләшелде. Хәҙер инде һине бер аҙ аңлайым да кеүек. Шиғырҙарыңдағы йәнде земберләтерлек юғары әрнеүҙе ашар ашы ла, торор урыны ла шиғриәт булған кешенең моңо булараҡ ҡабул итәм. Кеше рухын әле идеологик, әле матди ситлектәргә һалып имгәтергә тырышҡан заманаға протест тип ҡабул итәм. Ҡайһы саҡта йырҙарыңда рәхимһеҙ яу яланында япа-яңғыҙ ҡалған яралының ыңғырашыуы ишетелгән кеүек. Хәйер, был шулай тейештер ҙә. Ҡулыма ҡәләм алыу менән “юлдарында урман шаулай башлаған” тәбиғәт балаһының һәр нәмәне ҡомаҡ кеүек өйөнә ташый торған плюшкиндарға әүерелеп барған бәндәләр араһында яңғыҙ ҡалыуы, яраланыуы ғәжәпме ни? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәжәп түгел. Беҙҙә әҙәм аптыратырлыҡ нәмәләр ҙә ғәҙәти күренешкә әүерелеп бара.
Бер хикәйә иҫкә төштө әле. Мөхәммәт пәйғәмбәр халыҡҡа Аллаһы Тәғәлә һүҙҙәрен еткерә башлағас, уға ышанып бөтмәгән ҡәүем шарт ҡуя: “Муса пәйғәмбәр ҡаянан шишмә сығарҙы. Ғайса пәйғәмбәр ауырыуҙарҙы терелтте. Күрһәт һин дә мөғжизә!” Мөхәммәт пәйғәмбәр “Ҡөрьәнде” өҫкә күтәрә лә былай ти: “Бына ул мөғжизә!” Халыҡ шарҡылдап көлөшөргә тотона. Ҡаянан сыҡҡан шишмә күптән кипкәндер инде, Ғайса терелткән ауырыуҙар күптән үлеп бөткәндер. Ә “Ҡөрьән” йәшәй. Шағир ҙа пәйғәмбәр тупрағынан.
Китабың менән ҡотлайым, Мөхәмәт Закиров! Ҡыйыулыҡ һәм сыҙамлыҡ теләйем. Ғүмереңдең ауыр мәлдәрендә ижадыңа ғашиҡ һәм әле ғашиҡ буласаҡ кешеләр барын онотма. Китабыңдың Салауат Юлаев исемендәге премияға тәҡдим ителеүен ихлас хуплайым!

Марат КӘБИРОВ,
шағир.


Вернуться назад