Төн07.12.2011
Шундай ҙа төн булыр икән!..
Ә кемдәрҙер төш күрә.
Күҙ теймәһен аҡ Айға тип,
Йылы елдәр өшкөрә.

Тәүге тапҡыр үпкән ҡыҙҙай,
Дерелдәп тора йондоҙ.
Бар донъяны ҡосор инем —
Хистәрем минең ҡомһоҙ.

Моңһоҙ өкө әллә ғашиҡ,
Әллә инде һаташты —
Төн буйына йоҡлай алмай,
Көй сығарып маташты.

Ап-аҡ тәнле Ай һылыуҡай
(Аҙҙыра бит, ҡуй инде!)
Нур-толомдарын тағатып,
Күлгә төшөп ҡойондо.

Ҡара күҙле Төн-ҡыҙ йәйеп
Ебәргәйне ҡуйынын,
Башты терәп, мамыҡ кеүек
Күкрәгендә ойоном.
Салауат Әбүзәров


Вернуться назад