Теләк07.12.2011
Рәйес Түләккә
Донъя бит был, дуҫым, донъя!..
Башҡа ниҙәр төшмәне.
Елле итеп бер һүген дә,
Йә, ас әле шешәне.
Бәлки, "Ен"е килеп сығыр,
Үтәлер һуңғы теләк.
(Өс теләккә өмөт тә юҡ,
Берәү ҙә етә, Түләк).
Заманаһы шулай хәҙер:
Теге — эсмәй, был — айыҡ...
Шул айыҡтар араһында
Кеше булып ҡалайыҡ.
Салауат Әбүзәров