Сәскә болоно07.12.2011
Бар тарафҡа мин — битараф,
Киләм баҫыу юлынан.
(Гүйә, ҡуйынында хәнйәр
Йөрөткән бер хулиган).

Юл ситендәге сәскәләр
Әйтә һымаҡ: "Өҙ", — тиеп.
Мин уларҙы өҙмәһәм дә
Һулыр инде күҙ тейеп.

Аҡыл ғына, бармаҡ янап,
Тыйған була нәфсене.
Үҙенең дә йәнен наҙлай
Сәскәнең нәфис һыны.

Был гүзәллек баҡсаһынан
Буламы ни һуң ҡасып!
Аҡыл күҙен йомған була...
Ә һыңар күҙе — асыҡ...
Салауат Әбүзәров


Вернуться назад