Дуҫтарса шаярыуӨфөләрҙә бигерәк көндәр
Ҡыҙыу тора был йәйҙе.
Яҙыусылар араһында
Башланып китте бәйге.
Артыҡ күренмәй ҙә кеүек
Әле алға уҙғандар.
Күҙгә күренмәй аҡ-ҡара:
Туҙа, малай, туҙандар.
Менгән атың — хаҡ талантың:
Теҙгенде ебәр, бушат.
Бәйгелә еңеүсе — берәү,
Ҡатнашыусы бихисап.
Ут-һыу кискән толпарында
Алдыралыр Поварис.
Артҡа ҡарай-ҡарай елә:
“Не догонишь, товарищ!”
Риф үҙе мәҙәк һөйләй ҙә,
Шарҡылдай ҙа көләлер.
Премияға ул лайыҡлы
Хатта шуға күрәлер.
Ауыр уйҙарға ла тала,
Туймазынан Сиражи:
“Премияны бирмәһәләр —
Просто безобрази”.
Дөйөм ятаҡ бүлмәһендә
Көн кисергән Мөхәммәт
500 меңде эләктерһә,
Була инде әкәмәт.
Мәскәүле Талха ағайҙың,
Әлбиттә, уй — уңышта.
Яҙғандары ниндәйерәк
Һәм гәзитсә, урыҫса.
Һис тә арттырып әйтмәйем,
Быға иманым камил:
“Алдан алтынын” бүләккә
Алмаштырасаҡ Камил.
Очерктар яҙған ана
Сәлимйәнов Бәҙретдин.
Очерктарың шәп, тиҙәр,
Хоҙайҙың күңеле киң.
Тау ҡәҙәр — ғилми хеҙмәттәр...
Етмәһә, шағир Рәшит.
...Майҙан иркен,
Йә, тағы кем
Еңә ала көрәшеп!?
Мөхәммәт ЗАКИРОВ