“Өләсәйем вафат булғас, уның һандығы миңә мираҫҡа ҡалды һәм үҙе бер хазина ояһы булып сыҡты. Унда нимә генә юҡ: төрлө төҫтәге яулыҡтар, шәлдәр, семәрле ҡорғандар...Тик шулай ҙа улар араһынан минең өсөн иң изгеһе һәм ҡәҙерлеһе биттәре таушалып бөткән Ҡөрьән китабы ине. Ҡөрьән — беҙҙең быуындан быуынға тапшырыла килгән, шаңлы-данлы йылдарҙың шаһиты булған аманат, шуғалыр ҙа китаптың күп бите юҡ... Шулай ҙа уны ташлап ҡуймайһың бит инде! Был ҡиммәтле мираҫ менән нимә эшләргә икән тип оҙаҡ уйландым. Күпмелер ваҡыт үткәс, башыма бик яҡшы уй килде...”
Республикабыҙҙың Н. Латфуллин исемендәге заманса сәнғәт музейы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Вәсил Ханнанов — тынғыһыҙ ижадсыларҙың береһе. Быйыл уның “Өләсәйем Ҡөрьәне” (88 әҫәр), “Доғалар” (10), “Апалы-һеңлеле Кусимовалар” (12) художестволы әҫәрҙәр циклы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде.
Ҡөрьән — мосолмандар өсөн иң изге баҫма. Ҡара эсле, яман эш ҡылып гонаһҡа батҡан әҙәмдәргә уны тота килеп ҡулына алырға ярамай, тиҙәр. Бар уй-ниәттәре изгелек хаҡында булғандар ғына уны уҡырға хаҡлы.
Рәссам Вәсил Ханнановтың бик күп әҫәрҙәре Ҡөрьәнгә бәйле. Тимәк, ижадсы был тиклем дә яуаплы хеҙмәткә тотонор алдынан эске донъяһы менән әҙер булған. Шунһыҙ тәрән мәғәнәле һәм фәлсәфәүи йөкмәткеле полотноларҙың тыуыуы мөмкин дә түгелдер.
— Йыһандағы үҙгәреш һәм ата-бабаларҙың иманы мине хәҙер нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра, — ти Вәсил Миңғәзийән улы. — Изге сүрәләрҙе тәрән мәғәнәле шиғриәт булараҡ ҡабул итәм. Был юлдарҙан шул хәтлем көслө энергия бөркөлә, шуға ла буласаҡ картиналарҙы шундуҡ күҙ алдына килтерә алдым. Быны һеҙ Ҡөрьән буйынса төшөрөлгән һүрәт тип бутамағыҙ. Сүрәләрҙең исеме үк художестволы образ тыуҙыра, ҡабатланмаҫ төҫтәрҙе асып бирә. Мәҫәлән, “Мәрхәмәтле”, “Тәүбәгә килеү” һәм башҡалар. Ошо проектты тормошҡа ашырғанда һис кенә лә үҙ һәләтемде күрһәтеү маҡсатын ҡуйманым. Бары тик кеше картинаға ҡарап, тормоштоң мәғәнәһе, үҙенең тәғәйенләнеше, донъя хаҡында уйланһа ине...
Вәсил Ханнановтың художестволы әҫәрҙәр циклы “Иҫтә тотоғоҙ Мине, Мин дә һеҙҙе онотмам” исеме менән берләштерелеп, август башында Мәскәүҙең Көнсығыш дәүләт музейында күргәҙмәгә ҡуйылды. Күргәҙмәнең исеме Ҡөрьәндең 2-се сүрәһенең 152-се аятынан алынған. Хоҙайҙың бәндәләргә төбәп әйтелгән һүҙе ни тиклем тәрән мәғәнәгә эйә.
Донъялағы ығы-зығылар, ҡан ҡойғос бәрелештәр, һуғыш-үлтерештәр ошо хәҡиҡәтте аңламауҙан киләме икән? Рухи ҡиммәттәрҙе хәҙер нимәгә алыштырабыҙ? Минеңсә, Вәсил Ханнанов изге Ҡөрьән һүҙҙәре менән әҙәп-әхлаҡ, иман, йәшәү мәғәнәһе хаҡында кешеләрҙе уйландырырға ынтыла.
“...Өләсәйемдән мираҫҡа ҡалған әйберҙәрҙең береһе лә юҡҡа сыҡманы, — ти рәссам. — Ҡөрьән биттәренән картина тыуҙырғанда, семәрле ҡорғандарҙы ла, бүтән туҡымаларҙы ла урынлы ҡулландым. Уйлап ҡарағыҙ, әгәр ошо уй башыма килмәһә, беҙҙең ата-бабанан ҡалған аманатты нисек киләһе быуынға еткерер инем? Ә инде өләсәй һандығынан алынған хазина әҫәрҙәрҙә оҙаҡ йәшәйәсәк әле. Тимәк, башҡаларға картиналарымдың тәрбиәүи йоғонтоһо булыр тип уйлайым”.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ