Прозаик Камил Йыһаншиндың “Алдан алтыны” романы — яҙыусының ябай уңышы ғына түгел, Рәсәйҙең заманса нәфис әҙәбиәтенең ысын ҡаҙанышы ла ул. Хәҙер беҙҙә кеше тормошоноң асылын — йәшәү мәғәнәһен, иманға килеүҙе, шәхес төшөнсәһенең тәрәнлеген, яҡындарыңа һәм Тыуған ереңә тоғролоҡто юғары рухи кимәлдә сағылдырған китаптар бик аҙ.
Әле Рәсәйҙә йәнле тәбиғәт хаҡында барлыҡ нескәлектәрҙе белеп, төшөнөп яҙыусылар юҡ тиерлек. Йыһаншин был йәһәттән иҫ киткес талантҡа эйә. Тайга, йәнлектәр һәм ҡоштар хаҡында яҙғандарын йотлоғоп уҡыйһың. Күп йылдар тайгала йәшәүе, геолог һәм һунарсы булып эшләүе быға ҙур йоғонто яһағандыр, моғайын. Ул бик бай материал туплаған һәм әле уны уҡыусылары менән уртаҡлаша.
Тәрән инаныуҙары хаҡына алдындағы ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡҡан, юғалтыуҙар, ауырлыҡтар кисергән, әммә идеалдарына тоғро ҡалған кешеләрҙең ҡаһарманлығы әҫәрҙең нигеҙен тәшкил итә. Аныҡ әйткәндә, романда тотош Рәсәй аша Байкал буйына күсеп килгән һәм яңы тормош ҡорған староверҙар хаҡында һүҙ бара. Әммә уның киңерәк мәғәнәһе лә бар — бөгөнгө донъяла юғалып ҡалмаҫ өсөн барыбыҙға ла ҙур батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ кәрәк. Ә Рәсәйгә көс-ҡеүәт туплау, аяҡҡа баҫыу өсөн үҙенсәлеклелеген, тамырҙарын һаҡлап ҡалыу, атай-олатайҙарҙың рухи аманатына таяныу фарыз.
Валентин Распутин Йыһаншиндың ижады хаҡында: “Мине яҙыусының теленең һутлылығы һәм сағыулығы һоҡландырҙы”, — тип яҙҙы. Бының менән килешмәү мөмкин түгел. Әҫәрҙән ысын кинәнес алыу өсөн ашыҡмайынса, уйлап, төшөнөп уҡырға кәрәк, шул саҡта ғына ҡулыңа ниндәй һоҡланғыс китап эләккәнен аңлайһың. Был китап иң юғары баһаға лайыҡ.
Валерий ГАНИЧЕВ,
Рәсәй Яҙыусылар союзы рәйесе.