Ай30.08.2012
Хикәйә
Яан Круусваллдың исеме Эстонияла ғына түгел, донъя әҙәбиәтендә лә киң танылыу алған. Уның тәрән психологизмға ҡоролған, кешенең эске кисерештәрен һүрәтләгән әҫәрҙәре төрлө телдәргә тәржемә ителә. Был хикәйәһе һеҙҙең дә күңел төпкөлөндә ятҡан һағышлы хистәрегеҙҙе уятып ебәрер, моғайын.
Клара менән Зигфрид отпускыла. Ләкин өйҙә ремонт башлау сәбәпле, бер ҡайҙа ла бара алманылар. Әсәләренең бүлмәһе ипкә килтерелгән, иҫән сағында атаһы ремонт эшләп өлгөргәйне. Клара менән Зигфрид башта түбәне буяп сыҡты, унан яңы обой йәбештерҙе, унан иҙәнгә сират етте. Артабан тәҙрә рамдары төҫөн яңырттылар. Төнгөлөккә тәҙрәне асыҡ ҡалдырҙылар.
Улар дүртенсе ҡатта йәшәй, шуға күк киҫәге лә күренә. Кис ҡыйыҡ башында ай ҡалҡты. Уның ергә йүнәлгән йөҙө тәңгәленән генә йыртыҡ-бортоҡ һирәк болоттар үтеп китә. Ергә төбәлгәс, ай, ысынлап та, тере һымаҡ. Ә ысынында ул үле. Ай хөкөмдар ҙа, шаһит та була алмай. Хатта уның берәүгә лә кәрәге юҡ һымаҡ. Эйе, фонарь менән яҡтыртылған ҡала урамдарында ай артыҡ тойола.
Ни эшләптер, йәш саҡта бер рәссамға ғашиҡ булып йөрөгән мәле иҫенә төштө. Эйе, ул егет Клараға ғына арнап картина яҙырға теләгәйне. Матурҙы. Ниндәйерәк һүрәт күрергә теләүен дә һорағайны. Ул саҡта донъяла иң матуры булып нимә күренде икән? Күпме генә тырышһа ла, ҡатын уныһын иҫенә төшөрә алманы. Ә хәҙер, ошо мәлдә, уның өсөн матурлыҡ нимәлә сағыла һуң? Клара уныһын да әйтә алманы. Күңелдә яңыртылған әлеге бүлмәне берәй шәп картина менән биҙәргә ине тигән теләк бар, әлбиттә. Тик нимә иң матуры? Күҙ алдынан әллә күпме образ үтте. Ни ғәжәп, улар һоҡланыу түгел, ә күңелде ҡырған уңайһыҙланыу тойғоһо ғына уятты. Ул яҡшы белә — яңы обой матур, ремонтланған бүлмә күркәм, гәрәбә төҫөндәге еңел машина матур. Шулай уҡ түрбашта элеүле сумкаһы матур, уға ҡушып, ҡиммәткә алынған йыйылмалы зонтигы матур. Тағы ла шуны белә — универмаг витриналары матур, әле күптән түгел генә береһе янында һоҡланып баҫып торғайны. Унда ҡуйылған биҙәнеү әйберҙәре лә йәлеп итерлек. Ләкин ниндәйҙер бүтән нәмә ысын матурлыҡҡа эйә булырға тейеш тә баһа! Иң-иң матуры. Кешене арбау, һоҡландырыу көсөнә эйә матурлыҡ. Клара шундай нәмәне иҫенә төшөрә алманы, шул арҡала хатта күңел тыныслығын юйҙы. Ә ҡасандыр Клара уны белә ине бит. Асыҡ белә ине.
Ятып торған Зигфрид әллә ниндәй уйҙарға төшөп китмәне. Ул бары тик, фекер булмауы ҡайһылай һәйбәт, тигән фәлсәфәүи уйға ғына бирелде. Ул тамамланған, эшләнгән әҙер донъяла йәшәй. Дөрөҫ донъяла. Шуға ла уның бер нәмәгә лә мохтажлығы юҡ. Зигфрид үҙенә лә бер кемдең, бер ҡайҙа ла мохтажлығы юҡ икәнен яҡшы белә. Хатта үҙенә лә мохтаж түгел. Ул бары тик йәшәй.
Ысынбарлыҡта, әлбиттә, бүтәндәргә кәрәк бөтә нәмә уға ла кәрәк. Ләкин, күпселек кеүек, ул да булғанына ҡәнәғәтләнергә өйрәнеп, күнеп йәшәй бирә. Зигфрид әҙәмгә нимә һәм күпме кәрәклеген уйларға ла ҡурҡа, сөнки уларға эйә булыу бер ҙә һинең теләгеңә бәйләнмәгән. Эш хаҡы ҙурыраҡ кәрәк, фатир ҙурыраҡ... Бармаҡтарҙы бөгә-бөгә һанарға тотонаһыңмы...
Әгәр ҙә ошо “кәрәк”тәрҙе берәйһе таптыра башлаһа... Шуныһы яҡшы: әлегә тиклем быларҙы берәү ҙә һорағаны юҡ һәм ул булғанына күнергә өйрәнде. Ҡәнәғәт булырға ла. Эйе-эйе, ул риза, сөнки тормош шатлыҡтары Зигфридҡа таныш түгел. Ул иң мөһим нәмәне генә аңлай. Талаптар ни тиклем түбән икән, йәшәүе лә шул тиклем тынысыраҡ. Шуға ла ул бөгөнгөһөн маҡтай ғына, үткәнен гел әрләй, иң мөһиме — тамағы туҡ булһын да әлеге эшен юғалтмаһын. Тағы — йәшәгән өйҙән яҙмаҫҡа, ғаиләне һаҡларға.
Иртәгәһен Клара һынлы сәнғәт күргәҙмәһен ҡарарға тип китте. Үҙе генә, Зигфридты эйәртмәне. Күргәҙмәгә йөрөмәгәненә лә байтаҡ йыл булып киткән икән. Әле көҙ миҙгеленә бәйле яңы күргәҙмә асылған — быны ул телевизор аша белеп ҡалды.
Зал буйлап ҡыйыуһыҙ ғына атлап китте. Төҫтәр эҙләне, мөғжизә эҙләне. Тематик композициялар менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынманы. Клара матурлыҡҡа һыуһағайны. Ул үҙенең һиҙемләүенә таянды. Ахыр килеп, төшөнкөлөккә бирелде.
Ни өсөндөр күргәҙмә бөтөнләй онотолған бала сағын иҫенә төшөрҙө. Клара ҡояш еҫен аңҡытҡан алтын иген баҫыуын хәтерләне, ҡойма янындағы үләнлектә уйнаған юлаҡ-юлаҡ биҙәк төшкән бесәй балаларын, атаһы туғарғандан һуң кәртә эргәһендә баҫып торған атты, боролмалы юл буйлап һуҙылған телефон бағаналарының геүләүен хәтерләне. Ул, шул бағаналарға ҡолағын терәп, кешеләрҙең һөйләшкәнен ишетергә хыяллана торғайны.
Тик Клараның бала саҡ буяуҙары был күргәҙмәлә юҡ ине. Иҫке лапаҫтың бүрәнәләре араһына тығылған мүктең төҫө, шундай уҡ иҫке күперҙең ялтырап бөткән тотонғостары, таштар араһында мыжғып йөрөгән ҡыҫалаларҙың төҫө, сиңерткәләрҙең дерелдәк ҡанаттарының төҫө юҡ. Бәпембә мамығы йәбешкән, башы ашалып бөткән ботинкаларының төҫө күренмәй. Бында уларҙың береһе лә ҡуйылмаған...
Клара элекке мөхәббәте — рәссамды күреп ҡалды. Уны кешеләр уратып алған. Ниндәйҙер бер картина эргәһендә туҡтап ҡалдылар. Бер сәйер көс Клараны ла шул яҡҡа табан әйҙәне. Мәғлүмәттәрҙә кемдең һүрәте икәне яҙылған, шуларҙы уҡып, йәшлек дуҫының эштәре янында оҙағыраҡ туҡталды. Йөрәге ярһып тибергә кереште. Юҡ, ҡапыл-ғара рәссамдың танып ҡалыуынан ҡурҡманы, бик күп йылдар үтеп киткән бит инде. Ул тормошондағы иң әһәмиәтле, мөһим берәй нәмәне күрергә өмөтләнде. Хәтирәләрҙән дә, көтөлмәгән осрашыуҙан да тулҡынланған Клараның сикәһе яна башланы, хатта күҙ алдары ҡараңғыланып, апаруҡ ваҡыт бер нәмә күрмәй торҙо. Тынысланғандан һуң үҙ күҙенә үҙе ышанманы. Киндерҙәрҙә — төрлө кубик, тәгәрмәс, цилиндр, пружина, спираль — улар барыһы ла нөктә һәм һыҙыҡтар менән сыбарланған. Бүтән бер нәмә лә юҡ ине. Шул саҡ Клара икенсе мәртәбә алданғанын аңланы. Ситкә табан атланы, башҡаса бер картинаға ла күҙ һалманы. Рәссамды ғына күҙәтте. Ә уныһы үҙен уратып алған ханымдар менән һөйләшә, тегеләре иһә тар салбарҙары ҡыҫҡан арт һындарын тегеләй ҙә, былай ҙа борғослай һәм ҡара күҙлектәрен эшлекле ҡиәфәттә мэтрҙың танауы эргәһендә һелккесләй. Хатта бер йәшерәге, рәссамдың һүҙендә музыка ишеткәндәй, бейек үксәле аяҡ кейеме менән такт һуғып ала.
Клараның ҡарашы ханымдың аяғына йүнәлде. Баш бармағы зәңгәр төҫкә буялған, ә өҫтөнә бәләкәй генә һары сәскә төшөрөлгән.
Рәссамдың өҫтөндә уңа төшкән бәрхәт пинжәк. Ул ҡартайған. Сырыш муйынын төк баҫҡан, таралмаған сәсе ойошҡан. Джинсы салбарҙа, кейгән туфлийы иҫке. Клара беренсе мәртәбә уның ҡамыт аяҡлы икәнен аңғарҙы. Рәссам, нисектер, йәл дә булып китте. Ул хәҙер бик алыҫта ҡалған бер ят кеше — шулай булырға тейеш тә ине. Бары тик атлауы, ым-ишараһы ғына ят түгел. Клараның күңелен үкенес биләне — бушҡа ғына килгән был күргәҙмәгә.
Ул залдан сыҡты ла эргәләге һынлы сәнғәт салонына йүнәлде. Бында сәнғәт әҫәрҙәре менән һатыу итәләр. Нимәлер алыу мотлаҡ түгел, ҡарап ҡына сығырға була. Ҡараған өсөн берәү ҙә аҡса һорамай. Клара күргәҙмәлә күргәндәрен күҙ алдына килтерҙе, шул саҡ йөрәген дарҫлап тибергә мәжбүр иткән рәссам иҫкә төштө. Араларында уларҙы уртаҡ итерлек бер нәмә лә булмауы ҡыуандырҙы. Рәссамдың картиналарын аңлай алмауы ошо фекергә килтергәндер. Был да уны хәсрәткә һалманы. Клара сәнғәт әҫәрҙәре араһында йөрөнө лә йөрөнө. Тантана һәм парадҡа ҡоролған күргәҙмәгә ҡарағанда, магазин донъяһы эшлеклелеге, хаҡтары, аҡса ҡыштырлауы һәм тинлектәр сыңлауы менән күңелгә яҡыныраҡ ине. Клара бында бер нәмә лә һатып алырға йыйынмай. Ул сәнғәт әҫәре һатып алырлыҡ аҡсаға эйә түгеллеген яҡшы белә.
Сығыу яғына йүнәлгәндә генә ҡатын мөйөштә, түшәм тәңгәлендә тиерлек, эленеп торған миниатюраға иғтибар итте. Ус аяһындай ғына ҡара-аҡ төҫтәге график ҡағыҙ. Ҡәләм оҙонлоғондағы рамкаға ҡуйылған. Ҡарашын шул һүрәттән айырып ала алмаған Клара аңлайышһыҙ эске тулҡынланыу кисерҙе, гүйә, күптән көткән иҫке танышын осраттымы ни! Хатта үҙен элеккесә йәш һәм саф итеп тойҙо, бөтә хәсрәттәр һыпырылып төштө. Ул аҡыллы һәм ҡабатланмаҫ сүрәттә үҙе генә булып ҡалды. Был кисерештәр ҡайҙалыр төпкә йәшерелгән серҙе асҡандай булды. Клара матурлыҡ алдында таң ҡалды.
Ҡағыҙға төн төшөрөлгәйне. Күктә ай йөҙә. Йыртыҡ-бортоҡ һирәк болоттар уның ергә төбәлгән йөҙ тәңгәленән уҙа. Эйе, ай ергә баҡҡан һәм ул тере төҫлө. Һүрәттәге ай бала саҡта күреп үҫкән айҙан башҡасараҡ. Унда бер ниндәй ҙә сағыу төҫ юҡ, бары аҡ һәм ҡара төҫтән тора. Шулай ҙа таныш булмаған рәссамдың һүрәт төшөрөү үҙенсәлеге, болото, төнө шундай ғәжәп һәм мөғжизәле! Һүрәттә ниндәйҙер серле мәғәнә ята. Клара хатта рәссамдың һүрәтте төшөргән сағындағы күңел торошон яҡшы аңлай һәм бының өсөн бер ниндәй көсөргәнешлелек талап ителмәй. Ул һүрәткә ғашиҡ булғайны. Моғайын, ысын сәнғәт шундай тойғо уяталыр. Клара һатыусынан уны алып биреүен үтенде. 35 һум ғына торған һүрәт “Яңғыҙ” тип атала ине. Клара, миниатюраны тегеләй-былай әйләндереп, оҙаҡ ҡараны. Ус эсендә ятҡан был мөғжизә һағыш һәм шатлыҡ, байлыҡ һәм юҡсыллыҡ, матурлыҡ һәм һыҙланыу бөркә ине. Шулай уҡ тормош көсөн дә. Йәнә лә ҡатындың хәсрәтле кисереш-һағышын да, хәйерселеген дә, үкенеүҙәрен дә. Былар барыһы ла юғары тойғо ине. Клара миниатюраны байтаҡ тотоп торғандан һуң, һатып алырға булды. Сәскәләр төшөрөлгән тағы бер нисә открытка ла алды. Уларын байрам менән ҡотлап туғандарына ебәрер.
Өйҙә ул миниатюраны открыткалар менән ҡуша өҫтәл тартмаһына тыҡты. Ығы-зығы, мәшәҡәттәр күргәҙмәне лә, алған әйберҙәрен дә онотторҙо.
Кис ире Зигфрид тиҙ арала йоҡлап та китте. Аҙ һүҙле, битараф кеше ул, ләкин был ғына Клара ирен яратмай тигәнде аңлатмай. Зигфридтың эше ауыр, ул да башҡалар һымаҡ уҡ әҙәм балаһы.
Тәҙрә асыҡ килеш тора. Күк йөҙө болотло, ямғыр яуырға уйлай. Ай бөгөн күренмәне.
Клара өҫтәл тартмаһынан открыткаларҙы сығарҙы. Туғандарына ҡайһыларын ебәрергә тип, ашыҡмай ғына һайларға тотондо. Иң аҙаҡтан тартманан “Яңғыҙ” тип аталған теге миниатюраны килтереп сығарҙы. Ике ҡуллап уға йәбеште, күҙҙәрен һүрәттән айыра алманы. Шул килеш барып ятты ла талғын ғына йоҡоға китте. Ул үҙен бала сағына яңынан ҡайтып, өр-яңынан йәшәй башлағандай тойҙо. Бала сағына. Үҙе менән ҡуша бер нәмәне лә — уйынсыҡтарын да, таҫмаларын да алып китә алмаған бала саҡ донъяһына. Алып китә алманы, сөнки бөтә арыу нәмә, бөтә һәйбәте, ысын бәхете, ҙурайғас, киләсәктә булыр, тип уйлағайны һәм шуға өмөтләнгәйне шул.
Яан КРУУСВАЛЛ

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА тәржемәһе.


Вернуться назад