Көн буйына07.12.2011
* * *
Көн буйына
Эленеп тороп,
Ҡояш
Ҡыҙарып беште.
Беште лә һәм
Тау артына
Өҙөлөп
Барып төштө.

Төн пәрҙәһе
Япты ерҙе —
Аҙашып
Юғалмалы.
Ғашиҡтар
Сыҡты урамға
Эҙләп
Ошо алманы.
Салауат Әбүзәров


Вернуться назад