Шағир бәхете29.08.2012
Шағир бәхетеШағирҙың бәхете нимәлә? Илһамлы, ҡанатлы сәғәттәрҙә яңы әҫәр яҙғанда ижадсы донъяла, бәлки, иң бәхетле кешеләрҙең береһе булалыр. Яҙғаныңдың матбуғат аша уҡыусыларға барып етеүе лә оло бәхет бит. Ә бына һинең шиғырыңды башҡаларҙың яттан һөйләп йөрөүе, һинең һүҙҙәреңә яҙылған йырҙы йырлағандарын ишетеү — шағир өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме?
Мин мәктәптәрҙәге әҙәби осрашыуҙарға һәр саҡ шатланып барам. Үҙем балалар өсөн яҙмаһам да, уҡыусыларҙың шиғыр һөйләгәндәрен, йырлағандарын кинәнеп тыңлайым, йәш ҡурайсыларҙың, бейеүселәрҙең һәләттәренә ҡарап, бүлмәләрҙә ҡәләмдәштәремдең рәсемдәрен, шиғырҙарынан алынған ҡанатлы юлдарҙы күреп, киләсәгебеҙгә ышанысым арта.
Осрашыуҙарҙа балаларҙың "Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә" тип дәртләнеп, ғорурланып йырлағанын йыш ишетәм. Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә Мөхәррәм Сәлимов яҙған был йыр ошондай һүҙҙәр менән башлана һәм тамамлана:
Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.
Йәш быуындың ошондай йырҙарҙы йырлауы — шағирҙың бәхете, милләтебеҙҙең ҡыуанысы ул.
Рәшит Шәкүр менән Башҡорт дәүләт университетында бер дәүерҙәрәк уҡыныҡ. Ундағы әҙәби түңәрәктә шиғырҙар тураһында бергә фекер алыштыҡ. Шиғыр кисәләрендә сығыш яһаныҡ, сәфәрҙәрҙә юлдаш булдыҡ. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында фундаменталь хеҙмәтте — башҡорт әҙәбиәтенең алты томлыҡ тарихын яҙыуҙа ҡатнаштыҡ. Рәшит Шәкүр менән 2008 йылда Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны тексын бергә яҙырға насип булды. Ҡәләмдәштәремдең ижадҡа килгән саҡтары ла, юлына рәсми даирәләр төрлө кәртә ҡуйғанда ла яңы бейеклектәр яулауын да, ижад шатлыҡтары ла, борсолоуҙары ла әҙәбиәт донъяһында илле йылдан ашыу дәүерҙә уның яңы китаптары аша миңә тулыраҡ асыла барҙы.
Әлегеләй хәтеремдә: атаҡлы шағирыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулланың ил буйлап оло байрам үткән йөҙ илле йыллыҡ тантанаһына әҙерләнгән саҡтарҙа, Рәшит күҙгә күренеп һурылды. Байрам бит үҙенән-үҙе генә килмәй. Уны әҙерләргә лә кәрәк. Рәшит Шәкүр бер нисә ай Аҡмулланың ҡатмарлы тормошо һәм ижады хаҡында илһамланып китап яҙҙы. Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә урыҫ телендә "Звезда поэзии" тип баҫылып сыҡҡан был китап Аҡмулланың тантанаһы көндәрендә Өфөлә һәм Мәскәүҙә тиҙ арала таралып та бөттө.
Нисә тиҫтә йылдар буйынса бәхәс тыуҙырып килгән классигыбыҙ тураһында шулай ултыра һалып ҡына китап яҙып булмай, әлбиттә. Рәшит Шәкүр был хеҙмәтен, ысынлап та, тиҙ яҙҙы. Әммә был тиҙлек уның йәшлек йылдарынан килгән мөхәббәтенең, ил буйлап, ауылдан ауылға йөрөп, аҡһаҡалдарҙан йыйған гәүһәрҙәрҙең, архивтарҙа ал-ял белмәй эҙләнеүҙәрҙең сағыу балҡышы ине бит. Ошондай ныҡлы, халыҡсан нигеҙ булмаһа, бай йөкмәткеле тикшеренеү ҡапыл ғына донъяға тыуыр инеме ни?
Рәшит Шәкүр үҙенең 1970 йылда баҫылып сыҡҡан шиғырҙар китабына "Йөрәгемдә — ҡояш" тигән исем ҡушҡайны. Минеңсә, был исем китаптың йөкмәткеһенә лә, шағир Рәшит Шәкүрҙең барлыҡ тәбиғәтенә, уның рухи донъяһына ла бик тап килә. Ҡайһы берәүҙәр өсөн был хәл — йөрәгендә ҡояш яндырып йәшәү — йәшлек ашҡыныуы ғына булып ҡалырға ла мөмкин. Ләкин Рәшиткә "Йөрәгемдә — ҡояш" тигән кисереш — ниндәйҙер яңғырауыҡ һүҙ йәки ваҡытлы тойғо ғына түгел, уның көндәге хәле, ижад менән талпынып йәшәүе.
Рәшит Шәкүр — тормошта үҙ ҡарашын, үҙ һүҙен тайпылмайынса тоғро яҡлаусы шәхес. Уның ижадына, ғөмүмән, барлыҡ тормошона тынғыһыҙ эҙләнеү хас. Нефтсе булып эшләгәндә лә, һалдат хеҙмәтендә лә, Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда ла ул тар ынтылыштар менән йәшәмәне, ил тарихын, кешелек тормошон, бар донъяны ижадында мөмкин тиклем тәрәнерәк, киңерәк асып бирергә тырышты. Студент сағында БДУ-лағы әҙәби түңәрәк эшенә күп көс һалды. Рәшит уның етәксеһе булған йылдарҙа был түңәрәк үҙенең иң илһамлы, иң талпынышлы, дәртле саҡтарын кисермәнеме икән? Вуздан сыҡҡас, "Совет Башҡортостаны" гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт эштәренә етәкселек иткән сағында ла Шәкүрҙең ҡул арты еңел булды, гәзиттә "Йырҙарыбыҙ — көйҙәребеҙ" кеүек бай мәғәнәле рубрикалар тыуҙы, тиҙ арала халыҡтың ихтирамын яулап алды. Редакциянан һуң Рәшит Мәскәүҙә аспирантурала уҡыны, Башҡортостандың топонимикаһы буйынса яҙылған төплө ғилми хеҙмәттәре өсөн филология фәндәре кандидаты, доктор тигән ғилми дәрәжәләр алды.
Әҙәбиәтебеҙҙә борондан килгән үҙенсәлекле бер йола бар. Ул ниндәйҙер дәрәжәлә донъя мәҙәниәтенең Бөйөк Яңырыу — Ренессанс дәүерҙәрен иҫкә төшөрә. Күп кенә һүҙ оҫталарын беҙҙә шағир йәки прозаик тигән исем менән генә нарыҡлауы ҡыйын. Ә бит был исемдәр — шағир, яҙыусы — үҙҙәре үк ни тиклем оло! Шулай ҙа Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев шағир ғына түгел, телсе лә, тарихсы ла, фольклорсы ла, тәржемәсе лә һ.б. Бабич та үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә аҫыл шиғырҙар яҙыу менән бергә башҡорт йырҙарының тарихын теркәргә, ут эсендә лә ил ҡарттарынан шул гәүһәрҙәрҙе йыйырға өлгөргән. Дауыт Юлтыйҙың күп яҡлы ижади эшмәкәрлеге тураһында әллә күпме һоҡланып һөйләргә мөмкин. Мөхәммәтша Буранғоловтың сәсәнлеге үҙе бер булһа, уның халыҡ гәүһәрҙәрен йыйыуы ни тиклем ҡаһарманлыҡ! Баязит Бикбай ижады — күпме тармаҡтарға таралып аҡҡан даръя! Мостай Кәрим халыҡ шағиры ғына түгел, халыҡ философы, аҡыл эйәһе лә бит. Рәми Ғарипов үҙенең шиғри ынйыларын ижад иткәнгә тиклем Башҡортостан буйлап йәйәүләп күпме тауҙарҙы артылған, күпме даръяларҙы кискән, ил ҡарттарының аҡылын үҙенә туплаған. Рәшит Шәкүр — әҙәбиәтебеҙҙәге ошо матур традицияларҙы иң уңышлы дауам итеүселәрҙең береһе.
Бар ғүмерен әҙәбиәткә, мәғрифәткә, ғилемгә арнаған ундай кешеләр тураһында Әҙип тип әйтке килә. Шағир йәки драматург әҙиптән кәм булған өсөн түгел. Әҙип тигән һүҙ ижадтың күп яҡлылығын тулыраҡ күрһәтә.
Тарихтан беҙ ХVIII быуатта француз энциклопедияһын тыуҙырған шәхестәр тураһында беләбеҙ. Ә бына үҙебеҙҙең уҡымышлы шәхестәрҙең, мәғрифәтсе-энциклопедистарҙың ҡаһарман эшмәкәрлеге тураһында халҡыбыҙҙың нисәмә быуын йәштәре белмәй үҫте. Ризаитдин Фәхретдинов, Мифтахетдин Аҡмулла, Сәғит Мерәсов, Ғабдулла Амантай һ.б. хеҙмәттәре күпме йылдар милләтебеҙҙең рухи тормошонан көсләп айырылды. Хәҙер бындай хазиналарға юл асыҡ. Улай ғына ла түгел, ошо традицияларҙы дауам иттереүселәребеҙ арта. Ғайса Хөсәйеновтың күп яҡлы ижады ғына ла үҙе ни тиклем байлыҡ.
Рәшит Шәкүрҙең хеҙмәттәре лә ошондай күренештәрҙән. Әгәр энциклопедиялы булыу милләттең үҫешендә тарихи ваҡиға икән, Башҡортостан 1996 йылда быға Рәсәйҙәге милли республикалар араһында иң беренсе булып ирешкән икән, был ғәйәт ҡатмарлы эште ойоштороуҙа Рәшит Шәкүрҙең тынғыһыҙ хеҙмәте баһалап бөтөргөһөҙ ҙур.
Халҡың өсөн эшләгән изге эш юғалмай. Ижад юлының һәр осоро Рәшит өсөн бигерәк тә ҡыуаныслы булды. Аҡмулла тураһындағы хеҙмәтенән һуң "Ерҙең хәтер китабы" донъя күрҙе, урыҫ телендә "По следам географических названий" тигән тикшеренеү баҫылып сыҡты һәм, "ай күргәндәй, ҡояш алғандай", халыҡ араһында таралды.
Рәшит Шәкүрҙең китаптарын уҡыусылар һәр саҡ көтөп ала, улар ҡат-ҡат донъя күрә. "Шиғриәт йондоҙо", "Арҙаҡлы башҡорттар" менән шулай булды, улар ҡабатлап баҫылды. Күпме арҙаҡлы башҡорттарҙың тормош юлын байҡаған Рәшит Шәкүр үҙе лә Башҡортостан тип янып йәшәүсе арҙаҡлы шәхес, үҙенсәлекле шағир һәм ысын мәғәнәһендә уҡымышлы энциклопедист. Шиғри ижады, ғилми хеҙмәттәре, маҡсаттарына тоғролоғо, йәмәғәт эштәрендәге фекер ҡыйыулығы, принципиаллеге менән ул ватандаштарыбыҙ алдында ҙур абруй яуланы. Һикһәненсе йылдар аҙағында — туҡһанынсы йылдар башында Рәшит Шәкүр "Урал" халыҡ үҙәген ойоштороусы һәм уның етәксеһе булды. Был ойошма башлаған бик мөһим эштәр республика суверенитеты өсөн көрәш юлында тарихи ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде.
Ватандаштарына үҙенең уй-кисерештәрен, яныу-инаныуҙарын Рәшит Шәкүр иң элек шиғри һүҙ менән еткерҙе, шағир булараҡ танылды. Артабанғы яҙмышында шиғриәттең күп яҡлы ғилми тикшеренеүҙәр, яуаплы ижтимағи эшмәкәрлек менән бергә ҡушылыуы, быларҙың барыһында ла уңыштарға ирешеү өсөн, әлбиттә, бик ҙур тырышлыҡ, зирәклек кәрәк. Ошолай киң ҡолас менән ижад итеүсе шәхестәр беҙҙә күп түгел.
Ерҙең ете ҡатындағы серҙәрен асырға, нефтсе булырға тип юлға сыҡҡан үҫмер, йылдар үткәс, Рәшит Шәкүр булып, телебеҙ хазинаһының, халҡыбыҙ тарихының ете ҡат серҙәрен аса. Уйлап ҡараһаң, уның тормошонда ниндәйҙер көтөлмәгән боролош түгел был. Бәләкәстән ил моңон, һүҙ тылсымын күңеленә йыйып, шиғриәткә табынып үҫкән кешенең яҙмышы ул.
Рәшит Шәкүрҙең ижад юлын байҡағанда уның ошондай шиғыр юлдары хәтергә килде:
Һүҙ — уҡ. Мәргән ат һин уны,
Теймәй ҡалмаһын.
Яуыз йәнгә, үтен һытып,
Барып ҡаҙалһын.
Уҡ юлындай тура булһын
Әйткән һәр һүҙең.
Тик йыртмаһын ерле юҡтан
Әҙәмдең йөҙөн.
Эйе, һүҙ — халҡыбыҙҙың күпме утлы һынауҙар аша бөгөнгө көнгә килтереп еткергән бөйөк хазинаһы ул. Шағир һәм ғалим Рәшит Шәкүр зиһененең бар көсөн, йөрәгенең бар ялҡынын шул хазинаға арнап йәшәй. Күп кенә шиғри әҫәрҙәрендә ил тарихы тураһында һөйләһә лә, улар боронғоға түгел, киләсәккә төбәлгән — йәш быуында тыуған ергә, туған телгә һөйөү тәрбиәләй. Ерҙең ете ҡатына, тормоштоң ете ҡатламына төшөп, донъяны ыласындар осор бейеклектәрҙән үткер ҡарашы менән байҡап, Рәшит Шәкүр шиғриәте замандаштарыбыҙға ижтимағи үҫеште киңерәк байҡарға, тормошто тулыраҡ аңларға ярҙам итә.
Рәшит Шәкүрҙең "Ыласындар оса бейектә" китабы Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына күрһәтелде. Ижадсыларыбыҙға бирелә торған был иң юғары баһаға уның лайыҡ икәнлегенә иманым камил.
Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.


Вернуться назад