Яҙғы наҙ07.12.2011
Яҙһылыуҙың тынын тоям,
Үрелә
Үбешергә.
Һағышынан, күҙ йәштәре
Тыпылдап
Төшә ергә.

Әллә үҙем илайыммы,
Наҙына
Сыҙай алмай?!
Хәлдәремде бер кем белмәҫ,
Бары тик
Хоҙай аңлай.

Сарсаным шул тамсы наҙға,
Кисерегеҙ,
Илаһам.
Шартлап ярылыр инем мин,
Әгәр ҙә
Бөрө булһам.

Үбәм Яҙҙы, шашып үбәм —
Үбешеп кем
Туяла?!
Йөрәгемә Яҙҙың моңо
Кершән булып
Буяла.
Салауат Әбүзәров


Вернуться назад