Күренекле драматург Флорид Бүләковтың "Мәскәү — Васютки" пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Азат Йыһаншиндың, төп ролдәрҙе башҡарған Башҡортостандың халыҡ артистары Миңниса менән Филарит Бакировтарҙың һәм спектаклдең рәссамы Альберт Нестеровтың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителеүе — ысын сәнғәттең тантанаһы ул.
Сер түгел, һуңғы осорҙа театрҙарыбыҙ сәхнәһендә еңел-елпе әҫәрҙәр хөкөм һөрә. Күп кенә режиссерҙар драматургтар юҡлыҡҡа япһара быны. Эйе, театр сәнғәте драматургтарға ҡытлыҡ кисерәлер ҙә, ләкин был ғына аҡланыу сәбәбе түгел, минеңсә. Йөрәге, йәне-тәне менән театрға бирелгән режиссер әҫәрҙе тейешле кимәлгә еткереп сәхнәләштереү өсөн драматург менән бергә эшләй, кәңәштәрен бирә, сөнки сәхнә әҫәре — ул драматургтың ғына түгел, режиссерҙың, артистарҙың, рәссамдарҙың дөйөм ижад емеше. Ошо йәһәттән ҡарағанда, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссеры Азат Йыһаншин — нәҡ ана шундай ижади ҡарашлы шәхес. Мәҫәлән, Флорид Бүләковтың "Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?", "Гонаһлы хыялдарым", Мәрйәм Бураҡаеваның "Үҙем яҙған яҙмыш", Наил Ғәйетбайҙың "Күңелле йәшәйбеҙ" пьесаларын сәхнәләштереүгә ул бөтә һәләтен, оҫталығын һалды. Был әҫәрҙәрҙе автор яҙғанса ғына сәхнәләштермәй, теманы асыу өсөн төрлө деталдәр табып, характерҙарҙы өр-яңы һыҙаттар менән байытты. Азат Йыһаншин актер булып эшләгәндә режиссерҙарға уның менән спектакль сығарыуы ауырға тура килә, сөнки уның үҙ ҡарашы, тойомлауы көслө. Эш барышында режиссерҙың ҡайһы бер алымдары менән ризалашмай, ижади "ғауға" сығарыуғаса барып еткән саҡтары була. Быларҙың барыһы ла Азаттың ижадҡа етди ҡарашына, талапсан булыуына бәйле.
Былтыр Стәрлетамаҡта уҙған "Башҡорт драматургияһы" фестивалендә "Мәскәү — Васютки" спектакленең "Иң яҡшы режиссура" номинацияһында еңеү яулауы юҡҡа түгел. Был спектакль үтеп барған ғүмер тураһында "көҙгө моңһоулыҡ", тәрән лирика, наҙлы шиғриәт менән һуғарылған.
Онотолған станциялағы тәгәрмәсһеҙ иҫке вагонда ҡарт менән ҡарсыҡ йәшәй. Уларҙың һигеҙме, туғыҙмы балаһы бар. Дөрөҫөрәге, алтынсыһының исемен иҫләмәйҙәр. Үткәндәргә сәйәхәт ҡылып, балаларының исемдәрен хәтерләп ҡарайҙар. Бер-береһенә үпкәләп тә алалар. Ҡарт балаларын ата-әсәһен онотоуҙа ғәйепләй, ә ҡарсыҡ, һәр әсә кеүек, уларҙың мәшәҡәттәре күплегенә һылтанып, яҡлап маташа...
Был ике ролде Башҡортостандың халыҡ артистары Миңниса менән Филарит Бакировтар иҫ киткес оҫталыҡ, аҡыл һәм шаянлыҡ һалып башҡара.
Дөйөм алғанда, спектакль "Чехов төҫтәре" менән һуғарылған. Оҙон, ләкин уйландырырлыҡ паузалар ҙа, йомшаҡ юмор ҙа етерлек. Ә инде рәссам Альберт Нестеров сәхнәне спектаклдең рухына тап килтереп биҙәгән.
Ғөмүмән, "Мәскәү — Васютки" спектаклен ҡараған һәр кем уның режиссеры Азат Йыһаншиндың, артистар Миңниса һәм Филарит Бакировтарҙың, рәссам Альберт Нестеровтың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителеүен ҡыуанып ҡаршы алғандыр. Ысынлап та, был спектакль театрыбыҙ донъяһында балҡыған сағыу бер нур булып күңелдәрҙе яҡтыртты.
Салауат ӘБҮЗӘРОВ