Арғымаҡтарҙа елһен!28.08.2012
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителделәр
Күренекле шағир Риф Мифтахов хаҡында билдәле ғалимдың монографияһы донъя күрҙе, Башҡортостандың башҡа арҙаҡлы шәхестәре лә китаптарында, гәзит-журналдарҙа әҙип ижадына арналған мәҡәләләр баҫтырҙы. Шағирҙың “Арғымаҡ сапһын оҙаҡ” исемле яңы китабын Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим иткәс, бер күңелдән хуплап, улар түбәндәгеләрҙе әйтте:
Ноғман МУСИН, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы:
— Риф Мифтаховтың тыуған ауылы Кинйәбулаттың (Ишембай районы) дүрт быуаттан ашыуға һуҙылған тарихында эш менән дә, йыр менән дә дан алған кешеләрен яҡындан беләм. Яҡташым бына шулар араһында үҫеп быуын нығытҡан. Шулай булғас, уның әҙәби ижад юлына баҫыуы, яуаплы эшкә тотоноп, шул бурысын намыҫ менән үтәүенә, уңыштарға өлгәшеүенә аптырарлыҡмы ни? Шуға күрә мин уның:
Үҙ йырымдан алда минең йәндә
Буранбайҙар тороп йыр башлай, —
тигән юлдарында ҙур ихласлыҡ, шағирлыҡ, үҙ ауылының традицияларына тоғролоҡ күрәм. Ә халыҡ тарихына, халыҡ моңона тоғролоҡ әҙәби ижадта һәр саҡ уңыш килтерә.
Риф Мифтаховтың “Арғымаҡ сапһын оҙаҡ” исемле яңы китабындағы әҫәрҙәрҙе тағы ла бер (күптәрен ваҡытлы матбуғаттан да уҡығайным) күҙҙән уҙғарғас, фекеремдең дөрөҫлөгөнә ышанып ҡына ҡалманым, уларҙың йөкмәтке, форма йәһәтенән киңәйә, төрләнә барыуына ҡыуандым. Китаптағы “Һалдат аманаты”, “Аҡйылға”, “Фатиха бир, әсәй”, “Сабыйҙар бишеге өҫтөндә” поэмалары — нәҡ ана шундай. Һуңғыһына айырым туҡталып әйтке килә. Бөйөк Ватан һуғышында 900 көнлөк Ленинград блокадаһындағы, концлагерҙарҙағы, атом бомбаһы ташланған Хиросималағы сабыйҙар, балалар яҙмышы тетрәндергес. Шағирҙың тетрәнеүҙәре уҡыусыларға күсә. Автор уларҙы күрһәтеп кенә ҡалмай, илебеҙ, Ер яҙмышы хаҡында борсолоп йәшәй, уйлана. Башҡорт әҙәбиәтендә, бигерәк тә шиғриәттә донъя, балалар яҙмышына масштаблы ҡарашлы тәүге әҫәрҙер, моғайын...
Зиннур НУРҒӘЛИН, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы:
— Сәфәргә сығырға сумаҙанымды әҙерләп ҡуйһам да, шағир, яҙыусы Риф Мифтахов хаҡында күңел һүҙемде әйтмәй ярамаҫ. Ул — миңә иң яҡын шағирҙарҙың береһе. Шуға ла Рифтең гәзит-журналдарҙа әленән-әле баҫылған әҫәрҙәренә иғтибар итәм, уҡып барам.
Быйыл “Башҡортостан” гәзитендә ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған “Әсә” шиғыры баҫылғайны. Әсә хаҡында өр-яңы һүҙ! Бер осрашҡанда үҙенә лә, был шиғырыңдан бер һүҙҙе алып та (һыҙып та), өҫтәп тә булмай, тинем. Баҡһаң, “Фатиха бир, әсәй” тигән поэмаһынан бер өҙөк икән был әҫәр. Әсәһе образы аша һуғыш ваҡытында әсәләрҙең балалары, һуғыштағы ирҙәре, улдары өсөн атҡарған хеҙмәт батырлыҡтары хаҡында ул поэма.
Китаптағы “Һалдат аманаты”, “Аҡйылға”, бигерәк тә “Сабыйҙар бишеге өҫтөндә” поэмаһы берәүҙе лә хуш күңелле ҡалдырмаҫ, тип уйлайым.
Риф Мифтахов — бөтә йәһәттән юғары премияға лайыҡ шағир. Ағас — емеше, кеше эше менән танылырға тейеш!
Марат КӘРИМОВ, Башҡортостандың халыҡ шағиры:
— Риф Мифтаховтың ижады, бигерәк тә шиғриәте күңелемә күптән яҡын. Бына нисә йыл инде ижади үҫешен күҙәтеп киләм, уңышлы әҫәрҙәрен уҡып, үҙем яҙғандай ҡыуанам. Һуңғы сыҡҡан китабымдағы (“Һайланма әҫәрҙәр”, БКН, 2011 й.) уның ижады хаҡында 2004 йылда яҙған мәҡәләм шулай тамамлана: “Риф Мифтахов ҡәләмдәштәренә арнап яҙған шиғырында:
Дан, дәрәжә, шөһрәт, исемдәрҙе
Талант түгел, бары талапҡа
Һатҡан саҡта, дәрәжәһеҙ дуҫым,
Мин һоҡланам һинең талантҡа, —
тигәйне. Беҙ был юлдарҙы тулыһынса Риф Мифтаховтың үҙенә күсерәйек. Һоҡланам һинең талантҡа, шағир!”
Республиканың Салауат Юлаев исемендәге премияға тәҡдим ителгән “Арғымаҡ сапһын оҙаҡ” исемле китабындағы әҫәрҙәр әйтелгәндәремде раҫлар! Быға шигем юҡ!
Әнғәм ХӘБИРОВ, Назар Нәжми, Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты (Бөрө ҡалаһы):
— Быға тиклем Риф Мифтахов әллә ни юғары дәрәжәләргә лайыҡ булманы. Әммә ул талантлы, намыҫлы хеҙмәте менән уларҙы яуларға хаҡлы. Шағир хаҡында 2009 йылда күләмле мәҡәлә яҙғайным. Өс йылдан һуң уны, башҡа ҡәләмдәштәремә арналған мәҡәләләр менән бергә, “Юл сатында” тигән исем менән Башҡортостан “Китап” нәшриәте донъяға сығарҙы. Әлбиттә, күп жанрҙа эшләгән талантлы шағир, прозаик тураһында бөтәһе лә әйтеп бөтөлмәне. Әммә уҡығандарға, иғтибар иткәндәргә шундай юлдар яҙғанмын: “...Фани донъяла йәшәгәндә үк үҙҙәре тураһында яҙылған китап-монография уҡып шатланған бәхетлеләр күп булмай. Беҙҙә лә бармаҡ менән генә һанарлыҡ: Сәйфи Ҡудаш, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рауил Бикбаев. Күптән түгел ошо исемлеккә Риф Мифтахов өҫтәлде — күренекле ғалим Әхмәт Сөләймәнов уның хаҡында “Йондоҙҙарҙан шағир йылынған” тигән монография баҫтырып сығарҙы”.
Оло премияға тәҡдим ителеүен ысын күңелдән хуплап, уның шиғриәт арғымағы быға мотлаҡ барып етер, тип ышанам!
Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ, Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһы академигы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
— Күренекле ғалим, киң танылған әҙәбиәт белгесе Ким Әхмәтйәнов Риф Мифтаховтың “Тормош ағасы” исемле йыйынтығына арналған мәҡәләһендә (“Кызыл таң”, 4.01.1975) уның хаҡында: “Шағир — өскөл хаттарҙан хәреф танырға өйрәнгән быуын вәкиле. Уның шиғырҙарындағы лирик герой өсөн һуғыш ваҡиғалары, күренештәре фажиғә генә түгел, улар автор кисерештәре аша ғүмерлек һабаҡҡа һәм антҡа әүерелә”, тип яҙғайны. Риф ошо һабаҡҡа һәм антҡа ғүмер буйы тоғро ҡалды. Быны уның тиҫтәнән ашыу китаптарындағы шиғырҙары, поэмалары, повестары, хикәйәләре, яуҙа һәләк булған башҡорт яҙыусыларының тормошон, ижадын яңы мәғлүмәттәр менән тулыландырған фәһемле очерк-мәҡәләләре, һуғыш мәлендә тыуып, гүзәл төйәген һәм һалдат ҡаһарманлығын данлаған бөйөк шағир Рәшит Назаров ижадын халыҡҡа еткереүҙә ҙур көс һалған Риф Мифтаховтың изге хеҙмәттәре раҫлай.
2003 йылда Риф Мифтаховтың тормош һәм ижад юлын байҡаған “Йондоҙҙарҙан шағир йылынған” тип исемләгән 12 табаҡлыҡ йыйынтығым айырым китап булып баҫылып сыҡты. Бында мин шағир ижадының һуғыш йылдары трагизмы, драматизмы менән характерланыуы хаҡында йыш иҫкә алдым. Сөнки Рифтең был темаға яҙылған “Һалдат аманаты”, “Фатиха бир, әсәй” исемле поэмалары һуғышты түгел, тормошто, батырлыҡты, тимәк, киләсәкте — йәшәүҙе раҫлай.
Шағирҙың “Сабыйҙар бишеге өҫтөндә” поэмаһы ла уҡыусыларҙы битараф ҡалдырмаясағына ышанам, сөнки ул — поэтик юғарылыҡта ижад ителгән балалар, кешелек һәм донъя яҙмышы хаҡындағы әҫәр.
Шуны ла әйтәйем: Риф Мифтаховтың ижады жанр төҙөклөгө менән айырылып тора. Уның поэтик һәләте, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа, юмор һәм сатира жанрында ла ныҡ асылды.
Яҡшы ергә төшкән орлоҡ юғалмаҫ. Һин күп күңелдәргә емешкә тамырланыр орлоҡ һиптең! Улар юғалмай, минән тыш, һинең ижадың хаҡында күптәр яҙҙы, киләсәктә лә яҙасаҡтар.


Вернуться назад