Гонаһ07.12.2011
Хыялдар юҡ.
Күңелем туҡ бөгөн,
Донъя йөгөн
Иңдән ташланым.
Тәһәрәтле мөьмин бер зат һымаҡ,
Ҡаршылайым
Ғүмер аҡшамын.
Тәүбәләргә килеп,
Доға ҡылдым —
Гонаһтарым, имеш,
Юйылған.
Ҡулдарымда — тиҫбе
Һәм алдыма
Аҡ доғалыҡ
Йәйеп ҡуйылған.
"Етте! — тинем
Үҙ-үҙемә шулай, —
Аҙып күпме яҙыҡ
Сүпләнең?!
Ҡиәмәт көн
Яуап тотҡан саҡта
Үкендерер әле
Үткәнең".
Етте, тинем...
Туҡта!..
Ниндәй тылсым,
Ниндәй сихыр нуры ағыла?
Хур ҡыҙымы,
Әллә фәрештәме
Толомдарын елпеп ҡағына?!
Йәнде өтөп
Үтеп китте һылыу,
Мәңгелек бер
Йомаҡ һымаҡ ул...
Күрә тороп
Шундай матурлыҡты
Гонаһ ҡылмау —
Үҙе гонаһ ул.
Салауат Әбүзәров


Вернуться назад